Оҫталыҡҡа ни етә?!

Искәндәр
ултырғыс яһау менән мәшғүл.

Бөрйән районының Байназар мәктәбе оҫтаханаһында эш бигерәк ҡыҙыу бара. Һәр кем үҙ шөғөлө менән мәшғүл. Уларҙың оҫта ҡулдарына күҙ генә теймәһен инде! Килеп сыҡмаған, белмәгәнерәк урындарын технология уҡытыусыһы Ильяс Мәхмүтдин улы Муллағоловтан һорайҙар. Ә ул һәр саҡ ярҙам итергә әҙер генә тора.
Һигеҙенсенән Искәндәр Науразбаев үҙенсәлекле генә итеп ултырғыс эшләй башлаған.

«Бына минең күбәләгем», – ти Денис.

– Үткән йыл район олимпиадаһында технологиянан II урын алғайным. Быйыл да һынатмаҫҡа ине. Төрлө әйбер­ҙәр яһағаным булды. Ағастан сәскәм дә матур килеп сыҡҡайны. Был ултыр­ғысымды үҙемсә генә тамамларға теләйем. Бер ҡайҙан да ҡарап өйрәнмәнем. Тәүҙә ағас ботаҡтарынан төп өлөшөн яһап алдым. Әле ултыра тор­ған ерен, артҡы өлөшөн талдан үрәм. Эш ауыр ғына. Шулай ҙа тырышам инде, – ти егет.
Унынсынан Денис Ғабдулхаев күбәләген тамамлап бара ине.
– Иң тәүҙә үҙәген станокта яһап алдым. Ҡанатын беркетә торған ерен таҡтанан эшләнем. Ҡәләм менән билдәләп, ҙур ярымтүңә­рәк ҡыры­нан – 17, бәләкәйенеке­нән 13 тишек тишеп сыҡтым. Ул урындарға тал сыбыҡтары ҡуйҙым, инде үрергә ҡалды. Барыһын тоташтырып сыҡ­ҡас, лак менән буяп ҡуясаҡмын, – ти ул.

Сәлим менән Фидан шахмат өҫтәле әҙерләгән.
.

Бәләкәй саҡтан ағастан трактор, машиналар яһау менән мауыҡҡан Денисҡа ағас менән булышыу ярат­ҡан шөғөлөнә әйләнгән. Быйыл беренсе тапҡыр технология олимпиадаһында көсөн һынап ҡарарға теләй.
Сәлим Фәхретдинов менән Фи­дан Исхаҡовтың яһаған шахмат өҫтәле­нә лә иҫебеҙ китте. Бөгөндән үк һатыуға сығарырға була. Афарин, егеттәр!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code