Оҫта ҡуллы Әҙилә

Һәр кемдең бала саҡтан яратҡан шөғөлө була. Берәүҙәр спорт йәки берәй сәнғәт төрө менән мауыҡһа, икенселәр ҡул эштәренә маһир. Егеттәр күберәк ағастан төрлө һындар яһай, ә ҡыҙҙар тегеү, сигеү, бәйләү менән мәшғүл.

Әҙилә Зәйнуллина ла – оҫта ҡуллы, зирәк ҡыҙҙарҙың береһе. Ул быйыл туғыҙынсы синыфҡа бар­ҙы. Мәктәптән ҡайтыу менән ваҡытын бушҡа уҙғармай, бәйләм бәйләргә тотона. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, бәләкәй сағынан уҡ әсәһенән төрлө ҡул эштәренә өйрәнгән. 8 йәшендә генә ағас станокта эшләү серҙәрен дә үҙләштерә. Әйберҙәренә иҫең китер, ниндәйҙәре генә юҡ! Түшәктәр, өҫтәл биҙәүесе булып торған салфеткалар эшләп, дуҫтарының тыуған көндәренә, уҡытыусыларына бүләк итергә ярата. Атаһы тегеү машинаһы алып биргәс, ҡорамалар ҡорай, сарафан, алъяп­ҡыстар тегә башлай. Яңыраҡ ике түшелдерек тә тегеп ҡуйған. Әсәһе Нәзифә апай менән бергәләп ебәк туҡыманан сәскәләр ҡуйып эшләгән йәйге күлдәге лә ныҡ оҡшаны.
– Шәл бәйләргә бигерәк тә яратам. Бер ай эсендә ике төрлөһөн әҙерләргә була. Эште башҡарыуы ауыр түгел, фигураларҙы дөрөҫ, тигеҙ итеп кенә яһап барһаң, барыһы ла килеп сыға, – ти Әҙилә.
Уңған ҡыҙ еп төҫтәрен дә яраҡлы итеп һайлай белә. Һәр нәмәгә тиҙ өйрәнә ул.
Киләсәктә Әҙилә табип һөнәрен һайларға йыйынһа ла, тегенсе булып та ҡарағыһы килә. Әлбиттә, яратҡан эшен бер ҙә ташлағыһы килмәй. Ә кем белә, бәлки, ысынлап та, бик оҫта тегенсе булып китер әле.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code