Оҙон ғүмер теләйем

Әсәйем Альбина Камил ҡыҙына – 38 йәш. Ул – шундай изге күңелле, һылыу, ярҙамсыл, алсаҡ кеше. Бешергән аш-һыуы телеңде йоторлоҡ. Йәй көндәре – баҡсаны, ҡыш­ҡы һалҡын көндәрҙә тәҙрә төптәрен йәмләп, төрлө-төрлө матур сәскәләре үҫә. Буш ваҡытында беҙгә ойоҡ-бейәләй бәйләй, төрлө ҡул эштәре менән булыша, шиғырҙар яҙа. Уның менән ғорурланам. Әлеге мәлдә ауылыбыҙҙағы магазинда һатыусы булып эшләй.

Мин уны 8 Март байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Уға алдағы тормошонда ҡурай моңондай оҙон ғүмер, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, сәләмәтлек, муйыл сәскәһендәй ап-аҡ бәхеттәр, эшендә уңыштар теләйем.
Әсәй, мин һине бик ныҡ яратам!

Гөлмирә НАРЫНБАЕВА, II синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Күгиҙел ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code