Нуғайҙар шатлығы

Өфөнөң Нуғай биҫтәһендәге 147-се мәктәбендә төҙөлөш ике сиратта алып барылды. Былтыр 300 урынлыҡ корпус файҙаланыуға тапшырылғайны. Ул башланғыс һәм өлкән синыфтар блогы, 1 мең 250 урынлыҡ ашхана, сисенеү, душ һәм санитар-көнкүреш бүлмәләре менән ике спорт залы, табип, стоматолог кабинеттары, процедура, прививка яһау урындары, 480 урынлыҡ тамаша залы, шулай уҡ бөтә административ һәм инженер бүлмәләренән тора.

Яңыраҡ мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. 950 урынлыҡ төп уҡыу корпусы төҙөлөп бөттө. Мәктәп өс блоктан тора, дөйөм май­ҙаны – 22,4 мең квадрат метр, уҡыу­сылар урыны – 1 мең 250.
Яңы тапшырылған бинала башланғыс һәм өлкән синыфтар урынлашҡан. Бынан тыш, футбол, волейбол уйнау өсөн спорт, кескәйҙәр өсөн уйын майҙансыҡтары, йүгереү һуҡмағы, теннис корты, тренажёрҙар залы бар.
Халыҡ күп йәшәгән Нуғайҙағы мәктәптең төҙөлөүе ҡаланың Октябрь районында уҡыу урындары етмәү мәсьәләһен хәл итеүҙә мөһим сара булып тора.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code