Ниндәй һөнәр оҡшай?

Мәктәптәрҙә белем тауҙарына әйҙәп ҡыңғырауҙар күптән яңғыраны. Ә сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн иң мөһим осор башлана – төрлө фәндәрҙән имтихандар бирергә әҙерләнеү, һөнәр һайлау һәм киләсәккә хыялдар ҡороу.

Мәктәптән һуң кем булырға? Был һорау һәр береһен борсой. Сөнки ошо һайлауҙан кеше яҙмышы хәл ителә. Тимәк, оло тормошҡа яуап­лы аҙым яһала, шуға ла ул ҡыйыу һәм тәүәккәл, ныҡ итеп уйланылған булһын ине. Һөнәр һайлағанда үҙеңдең ҡыҙыҡһыныуҙарыңа, яратҡан шөғөлдәреңә таянырға кәрәк. Иң мөһиме, һинең ҡарарың аңлы рәүештә һәм үҙ аллы ҡабул ителергә тейеш. Шул саҡта ғына һайланған һөнәр ҡәнәғәтлек той­ғоһо уятасаҡ, үҙеңде күр­һәтергә, уңыш яуларға, үҫергә булышлыҡ итәсәк. Әгәр ҙә һеҙ тәбиғәт ҡосағында, асыҡ һауала ваҡыт уҙғарырға ярат­һағыҙ, тирә-яҡты өйрәнеү оҡшаһа, түбәндәге һөнәрҙәр менән танышып сығығыҙ әле. Бәлки, күңелегеҙгә оҡшағанын тап итер­һегеҙ.
Биолог. Ер йөҙөндәге бөтә тере организмдарҙы өйрәнеүсе белгес. Был – бик киң йүнәлешле һөнәр. Мәҫәлән, ботаник – үҫемлек­тәр донъяһын, зоолог хайуан­дар­ҙы өйрәнеү менән шөғөлләнһә, микробиологияны һайла­ғандар бер күҙәнәкле организмдар менән эш итә. Ошоларҙы оҡшатҡандар өсөн биолог һөнәре бик тә ҡыҙыҡлы һәм ма­уыҡтыр­ғыс.
Эколог. Нисек кенә ғәжәп булмаһын, йәмғиәттең, фән һәм техниканың үҫеше һәм күбәйеүе тәбиғәткә ҡарата кире йоғонтоноң артыуына ғына килтерә. Әгәр ҙә Еребеҙҙең киләсәгенә битараф түгелһегеҙ икән, был һөнәр – һеҙҙеке.
Эколог һауа, һыу һәм тупраҡтың торошон тикшереү эштәре алып бара, төрлө экспертизалар менән шөғөлләнә. Шулай уҡ тирә-яҡты һаҡлауға йүнәлтелгән саралар өҫтөндә эшләй, уның алдында экологик хәүеф­һеҙлекте тәьмин итеү, төрлө ойошмаларҙың эшмәкәрлеген экологик яҡтан тикшереү бурысы тора. Был һөнәр халыҡтың именлеге һәм һаулығы өсөн дә бик мөһим.
Географ. Һүҙ география фәне уҡытыусыһы тураһында ғына бармай. Географ төрлө тәбиғәт күренештәрен өйрәнә, быға тиклем кеше аяғы баҫмаған ерҙәргә сәйәхәт ҡыла. Был һөнәр эйәләре карта буйынса яҡшы йүнәлеш ала, үҙҙәре лә карта төҙөй.
География фәненең өйрәнеү өлкәләре һәм йүнәлештәре бик күп. Мәктәп курсын ғына иҫкә алһаҡ та: физик, сәйәси һәм бүтән география тармаҡтары. Шуға күрә башҡа фәндәрҙе лә яҡшы белеү зарур. Ҡыҙыҡлы йүнәлештәре иһә: геоморфология – Ер рельефының тарихын, биогеография – флора һәм фаунаны, гляциология Ер өҫтөндәге, гидросфера, атмо­сфера һәм литосфералағы боҙҙоң барлыҡҡа килеүен һәм уның төр­ҙәрен өйрәнеү менән мәш­ғүл.
Фотограф-натуралист. Хәҙерге заманда фотограф һөнәре айырым статус алды, тип әйтергә була. Һәр кем онотолмаҫлыҡ мәлдәрен фотола кәүҙәләндереп ҡалырға тырыша. Ә бына хайуандар һәм бөжәктәр һинең өсөн генә һынланып тормаясаҡ. Ҡырағай тәбиғәтте беҙҙең менән таныштырыу өсөн фотограф-натуралист һөнәре барлыҡҡа килгән дә инде.
Уның үҙенсәлеге булып ҡай­һы берҙә килеп сыҡҡан экстремаль эш шарттары тора: ҡырағай хайуандар менән хәүефле осрашыу, насар һауа торошо, тирә-яҡтың рельефы. Әлбиттә, ваҡыттың күп өлөшөн аяҡ өҫтө уҙғарырға тура киләсәк. Шуға күрә физик яҡтан яҡшы үҫешкән, түҙемле һәм сәләмәт булырға кәрәк. Бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан осраҡта уңыш һәм билдәлелек яуларға була. Фотограф-натуралистар ярҙамында киң билдәле йәки кеше аяғы һирәк баҫҡан ерҙәр­ҙең фоторәсемдәрен генә түгел, ә ҡырағай хай­уандарҙың серле тормошон, башҡа илдәр­ҙәге көнкүреште һәм экологик фажиғәләрҙе күҙәтә алабыҙ. Ә был һөнәр эйәләренең хыялы бер – National Geographic йәки Discovery телеканалдарында хеҙмәт итеү.
Алдан уҡ әйтеп китәйек, урмансы һәм урман хужалығы белгесе һөнәр­ҙәрен айырып ҡарау кәрәк. Урмансы урманды законһыҙ ҡырҡыуҙан һәм бысраныуҙан ҡурсалай, янғындарҙан һаҡлай. Ә урман хужалығы белгесе урмандың именлеген ҡайғыртыусы һәм ағас эшкәртеүсенең күҙәтеүсеһе булып тора. Шулай уҡ яңы ағастар ултыртыу йөгөн дә алып бара.
Тәбиғәт һөйөүселәргә һөнәр­ҙәрҙең бер өлөшө генә тәҡдим ителде. Улар бик күп, ә иң мөһиме – күңелегеҙгә ятҡанды һайлау. Барыр юлығыҙ уң бул­һын!

Азамат БАЙРАМҒӘЛИН,
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы методисы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code