Нәҫел ептәрен барлап

Яҡуповтар ҙа күп йыйылғайны.

Туғандарҙы тупларға, тарихи тамырҙарын иҫкә алырға ибрайҙар Шәжәрә байрамына йыйылды. Һәр бер ара матур итеп үҙ нәҫел ағасын да эшләткәйне. Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан күп кенә яҡташтарыбыҙ ҡайтты. Бик күңелле, йәнле үтте сара, майҙан гөрләп торҙо.

Башта байрамдың тантаналы өлөшө уҙҙы. Ауылдың муллаһы Әхмәтсәғит Яҡупов изге фати­хаһын биреп, доға уҡыны. Байдәүләт ауыл советы рәйесе Шә­һит Ҡолмөхәмәтов ҡор башлыҡтарына рәхмәт һүҙ­ҙәрен еткереп, ауылды матурлауҙа ҙур өлөш индергәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшыр­ҙы.
Унан Ейәнсура районы советы рәйесе, ауылдашыбыҙ Тәлғәт Аҡбутинға һүҙ бирелде. Ул Ибрай ауылының тарихына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
– Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылыбыҙ тәүҙә Урмансы исеме менән йөрөй. Ырымбур өйәҙе аша баш­ҡарылған иҫәп буйынса, 1816 йылда ауылда ни бары 30 йорт булыуы билдәле. Унда ғаилә ҡороп, ойошоп 309 кеше йәшәгән: шуларҙың 140-ы – ҡатын-ҡыҙ, 169-ы – ир-ат. 9 ғаилә башлығы 2-3-әр ҡатын менән ғүмер иткән. 1859 йылда 82 йорт булған. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡ һаны 540-ҡа барып еткән. Шул уҡ йылда рөхсәт ителеп, ауылда мәсет эшләй башлай. Әлбиттә, һәр ваҡиға – донъяға килгән балалар, һәр ҡорған ғаиләләр, вафат булғандар теркәлә бара, – тине ул сығышында.
Йәнтөйәгебеҙҙең барлыҡҡа килеүе тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәттәр юҡ икән. Өлкәндәр һөйләүе буйынса, халыҡ Өмбәт ауылынан күсеп ултыр­ған. Быны күп кенә ара шәжәрәләренең Атнағол (Аҙнағол) исеме менән бәйле булыуы раҫлай.

Ауылыбыҙҙың старостаһы Зөфәр Иҙрисов Мәрйәм Бураҡаеваға «Ауылдың хөрмәтле кешеһе» тигән таҫманы таға.

Ошонда ерегеп, балалар үҫтергән, матур итеп донъя көткән уңған, өлгөлө ауылдаштарыбыҙ ҙа иғтибарһыҙ ҡалдырылманы, күптәре бүләк алып ҡыуанды.
Шундайҙарҙың береһе – Айгөл һәм Илһам Күсәрбаевтар. Улар бергәләп 8 бала тәрбиәләй. Күптәргә өлгө булырлыҡ ғаилә.
Ауылдың бер терәге булған Эльвира һәм Рамаҙан Усмановтар ҙа маҡтап телгә алынды. Улар үҙҙәре лә, балалары ла эшкә бик уңған. Ярыштарҙа ла һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашалар.
Байрам көндө Миңлегөл һәм Тәлғәт Аҡбутиндар, Алһыу һәм Марат Дауытовтар, Юлиә һәм Нурғәле Ҡолмөхәмәтовтар, Тәнзилә һәм Мөхәмәтдин Батталовтар, Дилә һәм Юныс Иҫәнсуриндар, Рәсилә һәм Илшат Ҡыҙрасовтар, Гөлсиә һәм Хәсән Ҡолмөхәмәтовтар, Миңзифа һәм Ғөбәйтулла Иҫәнсуриндар, Зарема һәм Рафиҡ Ҡол­ғариндар ҙа иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар менән тәбрикләнде.
Быйыл ғына донъяға килгән сабыйҙарҙың ата-әсәләре лә – Гөлшат һәм Илфат Ҡыҙрасовтар, Илүзә һәм Әлфәрис Иҙрисовтар онотолманы. Уларҙы сәхнәгә саҡырып, ҡотлап, бәпестәрҙең иҫән-һау булып үҫеүҙәрен теләнеләр.
– Беҙҙә күркәм ғаиләләр бик күп. Улар булғанда ауылыбыҙ йәшәйәсәк, гөрләйәсәк әле, туғандар, – тине ҡотлау тантанаһын йомғаҡлап Шәһит Ғимран улы.
Был көндө Ибрайыбыҙҙы күтәреп, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыу­сыларға «Ауылдың хөрмәтле кешеһе» тигән исем бирелде. Бындай юғары баһаға Яҡуповтар нәҫеленән сыҡҡан яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәр­йәм Бураҡаева, Ҡабра тауының иң башына «Сәңгелдәк» ҡоролмаһын урынлаштырыусы Рамаҙан Уликанов, тыуған төйәгебеҙҙә иман йорто һалдырыусы Рәхимйән Кирәевтәр лайыҡ булды.
Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң Ғүмәр Хөсәйенов һәм Әхмәтсәлим Яҡупов олатайҙар исеменә ҡурай, Шәһербаныу Ҡолмөхәмәтова исеменә йыр, Фәнил Яҡупов иҫтәлегенә баян конкурстары, Марс Кирәев иҫтәлегенә көрәш уҙғарылды. Ҡыя бағанаға менеү, тоҡ менән һуғышыу, ҡатыҡтан аҡса эҙләү, ғаилә эстафетаһы, көйәнтә менән һыу ташыу, тоҡ менән йүгереү, «ат сабышы», оҙонлоҡҡа һикереү, көршәк ватыу, дартс кеүек уйындарҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа бик теләп ҡатнашты.
Ә кискеһен ауылдаштарыбыҙға йырсы Заһир Иҫәнсурин етәкселегендә матур концерт тәҡдим ителде. Шәжәрә байрамы күңелле дискотека һәм сағыу фейерверк менән тамамланды.
Бына шулай ибрайҙар нәҫел ептәрен онотмай, һәр ваҡытта татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәй. Ниндәйҙер ҙур бер эште лә бергәләп башҡарып ҡуялар. Шуға ауылыбыҙ көндән-көн матурлана, йәмләнә бара.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Ейәнсура районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code