Мышағыр тауы

Ураҙҙы тирә-яҡтан тауҙар, урмандар уратып алған. Улар ауылыбыҙҙы һаҡлап ултырған кеүек. Өфөнән ҡайтҡанда тәүгеләрҙән булып ҡаршы алыусы тауҙарыбыҙҙың береһе Мышағыр тип атала. Уның тәүге исеме – Мешәҡыр. «Мешәле ҡыр» – бәләкәй ҡарағайлы һырт булған өсөн шулай исемләнгән. Был тау яңғыҙ түгел, ә Шамов һаҙлығынан Ҡотой ауылына тиклем һуҙылған тауҙар теҙмәһенең бер өлөшө генә. Уның мышар үҫкән ерен элек Аҡанай (Аҡ Һыйыр, Аҡ Тана) тип йөрөтөр булғандар. Мышағыр тип тауҙың ауылыбыҙға ҡараған ҡыры ғына атала. Тирә-яҡта еләкле, сейәле булыуы менән дә дан тота.

Ике йөҙ йыл самаһы элек беҙҙең тауҙар ҡарағай, ҡарағас ағастары менән ҡапланған бул­ған. Үрге Яйыҡ нығытмаһын төҙөгәндә йылға буйы тауҙары шәрә яланғас ҡалғанлығы билдәле. Мышағыр тауының ауылыбыҙға ҡараған битендә әле бөгөн дә йәш ҡарағай, ҡарағас ағастары үҫә.
Был тауҙы халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин бик күп әҫәр­ҙәрендә һүрәтләй. Тәүге китабы ла уға бағышланып, 1969 йылда «Мышағыр» тигән исем менән баҫылып сыға.
Мышағырым – ауылымдың тауы,
Һин бит шаһит бик күп нәмәгә.
Ошо изге тауҙы һаҡлар өсөн
Тырышырға кәрәк тап беҙгә.

Мышағырым, олатайым кеүек,
Балаларын ҡайҙа оҙатмай.
Ҡайтҡан саҡта иң беренсе булып
Барыбыҙҙы, гүйә, ҡосаҡлай.

Мышағырым ғорур ҡарап тора,
Сәләмләй ул беҙҙе шатланып.
Оло юлға аяҡ баҫҡанда ла
Ҡарап ҡала беҙгә һоҡланып.

Мышағырым, балҡы шулай мәңге,
Имен генә торһон донъялар.
Һуғыш сыҡмаһын тик беҙҙең илдә,
Шат йәшәһен барлыҡ туғандар!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code