«Минең өс айым»

Һауа торошо әллә ни шатландырмаһа ла, күңелгә барыбер рәхәт. Шулай булмай, алда – өс айлыҡ каникул! Тәбиғәттең насар көнө юҡ, тигәндәй, теләгән һәр кем уны үҙенсә матурлай ала. Ауыл малайҙары балыҡ ҡармаҡлайҙыр инде. Эре-е-е-ләре эләкһә, был турала «Минең өс айым» конкурсына яҙып ебәрергә онотмағыҙ. Эйе, эйе, йәйге каникул ваҡытында уҙғарыла торған бәйгебеҙ башланды. Һеҙҙән матур-матур хаттар көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!

Өс ай буйына төрлө ҡыҙыҡлы, мажаралы хәлдәргә тарырһығыҙ. Конкурста шундайыраҡ йөкмәткеле хаттарға өҫтөнлөк биреләсәк. Ә бүләктәр еңеүселәрҙе көтә лә инде.
Конкурс 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Хаттарҙың барыһы ла «Йәншишмә» биттәрендә донъя күрәсәк. Гәзиткә яҙылғанһығыҙ икән, иптәштәрегеҙҙең нисек ял итеүе, ниндәй ҡыҙыҡ хәлдәргә осрауы тураһында уҡып бара аласаҡһығыҙ. Иң мөһиме, яҙып ебәргән хәбәреңде лә беренселәрҙән булып үҙең күрәһең. Шәп бит!
Әйҙәгеҙ, кем башлап ебәрер икән бәйгене? Иң тәүге булып килгән хәбәр авторына ла бүләк ҡаралған. Ҡыҙыҡлы хаттар көтөп ҡалабыҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code