Минең ғаиләм

Мөхәмәтсафа олатайым 43 йыл фермала мал ҡараусы булып эшләгән. Хәҙер ул хаҡлы ялда инде. Мәүлиха өләсәйем 1975 йылда мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын Шаҡшалағы кирбес заводында башлай. Һуңынан олатайым менән өйләнешкәс, ауылға ҡайтып фермала һауынсы була. Ул 28 йыл колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әле мал аҫрап, баҡсала йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәй. Шулай уҡ апайым менән мине тәрбиәләү ҙә улар өҫтөндә. Сөнки атайым менән әсәйем Өфөлә эшләп йөрөй.

Ә беҙҙең ғаиләбеҙҙә алты кеше: олатайым, өләсәйем, атайым, әсәйем, Алина апайым һәм мин. Атайым – Альберт, әсәйем – Светлана. Улар – икеһе лә төҙөүселәр. Аҙна һайын ҡайтып, өләсәйемдәргә яр­ҙам итеп торалар. Каникул ваҡытында беҙ ҙә Өфөгә барабыҙ. Атай, әсәйем менән бергәләп ки­но, театр ҡарайбыҙ, музейҙа, паркта булабыҙ.
Алина апайым һигеҙенсе синыфта уҡый. Ул яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Матур итеп бейей, спорт менән шөғөлләнә. Өләсәйемдәргә өй эштәрендә булыша, миңә дәрес әҙерләргә яр­ҙам итә. Ә үҙем йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә әүәҫмен. Уҡыуҙа ла һынатмайым.
Мин яҡындарымды ныҡ яратам. Ошон­дай татыу, тырыш ғаиләлә йәшәүемә бик шатмын.

Әлиә ТАҺИРОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Нуриман районы, Иҫке Күл мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code