«Мимоза» салаты

maxresdefaultБыл салатты эшләү өсөн 1 банка майлы балыҡ консерваһы, 4-әр кишер, йомортҡа, картуф, 2 баш һуған, 200 грамм ҡаты сыр, 250 грамм майонез һәм биҙәү өсөн  укроп, петрушка кәрәк буласаҡ.

Картуф, кишер, йомортҡаны бешереп, таҙартығыҙ. Шунан һәр береһен айырым-айырым ваҡ ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Иң тәүҙә салат һауыты төбөнә балыҡты һалып, сәнскес менән иҙегеҙ. Өҫтөнә йо­ҡа ғына итеп майонез буяғас, йомортҡаның ағын, артабан сиратлап кишер, һуған (һуғанды ваҡ ҡына турап, 5 – 10 минут ҡайнар һыуҙа тотоп алығыҙ), картуф, сыр һәм иң өҫтән йомортҡаның һарыһын һалығыҙ. Майонез йоҡа ғына итеп һәр бер рәт һайын яғыла.
Салатыбыҙ әҙер. Уны өҫтәлгә ултырт­ҡанға тиклем 2 сәғәт тирәһе һалҡынға ҡуйып тороғоҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code