Милли рухта тәрбиәләйбеҙ

«Миләш» балалар баҡсаһы ҡалабыҙҙа иң яңылар рәтенән. Уның мөдире Зилә Марат ҡыҙы Бикйәнова, бөтә тәрбиәселәр, хеҙмәтсәндәр кескәйҙәрҙең һәр көнө иҫтә ҡалырлыҡ, матур үтһен өсөн бар көсөн һала. Яҡташыбыҙ Фирҙәүес Аҙнабаеваның «Баш­ҡортостан – тыуған илем» методик программаһына таянып, бәләкәс ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы милли рухта тәрбиәләргә тырышабыҙ. Был йәһәттән башҡорт музейы ла, ике төркөмдә ҡоролған тирмә лә ярҙам итә. Ә уларҙың эсендә ниндәй генә әйбер­ҙәр юҡ: уйылмалы һандыҡ, күҙҙең яуын алырлыҡ мендәр, түшәктәр, кейем-һалымдар, тормош-көнкүрештә ҡулланылған ҡорал, һауыт-һаба һәм башҡалар. Шулай уҡ һәр төркөмдө башҡорт мөйөшө биҙәй.

«Беҙ – үҙебеҙ башҡорттар!»

Әкиәт сәхнәләштергәндә.

Минең «Күбәләк» төркөмөнә йөрөүселәргә ни бары өс кенә йәш. Улар халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, онотолоп барған йолаларҙы аңлап, белеп үҫә. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡурсаҡтарға бишек йырҙарын йырлап, ҡағыҙҙан эшләнгән түшелдереккә буяуҙар менән тәңкә баҫалар. Ололарға ихтирамлы, кеселәргә кеселекле булырға ла өйрәтәбеҙ. Урындыҡҡа ултырып, кәңәш ҡорабыҙ, йомаҡтар сисәбеҙ. Бер-беребеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып, милли ризыҡтарҙан ауыҙ итәбеҙ. Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәрен данлап, йырҙар йырлайбыҙ. Интернет селтәрендә «Мин – баш­ҡорт» төркөмөнөң милли кейем кон­курсында еңеүсе лә булдыҡ.
Бына шулай башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, милли кейемдәренә ихтирам һәм һөйөү ҙә тәрбиәләйбеҙ. Бүләкбикә өләсәйемдән алған һабаҡтарҙы, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын да балаларға еткерергә тырышам.

Әлиә МӨХӘМӘТЙӘРОВА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code