Мажаралы көн

Быйылғы йәйем мажараларға бик бай булды. Шуларҙың иң иҫтәлеклеһе – балыҡҡа барыу.
Һыуыҡ көн ине. Нимә эшләргә белмәй, ихатала аптырап йөрөп ятһам, күрше Фәрит ағай эргәһенә саҡырҙы ла:
– Айгизә, ана, ҡара әле, Азамат ниндәй матур бесәй балаһы алып ҡайтҡан, – тине.
– Исеме нисек? – тип һораным, мыяуҡайҙы ҡулға алып.

– Уларса – Граф, беҙҙеңсә – Мыраубай, – тине күршем йылмайып.
Ейәне көлөп:
– Мыраубай тигәнде аңламай бит ул, – тигән булды.
Мин рәхәтләнеп Граф менән уйнаным, ҡыуышып та алдыҡ. Бесәй балаһы, матурҡай, тип маҡтай башлағайным, бик ғорур ғына башын күтәреп, эре генә мыраулап, графтарса йөрөргә кереште.
– Олатай, әйҙә балыҡҡа барабыҙ, – тине Азамат.
– Әйҙә һуң, ҡармаҡтарҙы барлайыҡ, селәүсен ҡаҙып алайыҡ та, – тип ризалашты Фәрит ағай. Шунан минең ялбарыулы ҡарашты күрҙе лә:
– Атай-әсәйең рөхсәт итһә, әйҙә һин дә беҙҙең менән, – тине.
Шулай итеп, өсәүләп велосипедтарҙа үҙебеҙҙең Бишҡурай күленә балыҡ ҡармаҡларға киттек. Эй, йәмле күл буйы! Тирә-яғында ҡамыштар, ҡыуаҡтар үҫеп ултыра. Ярында – аҡ балсыҡ. Ана, теге яғында ике ағай балсыҡты тоҡҡа тултыра. Машинаһы беҙҙең ауылдыҡы түгел, тимәк, ситтән килгәндәр. Тегеләйерәк ике апай аяҡтарын балсыҡҡа тығып ултырған, файҙаһы тейәлер инде. Тымыҡ күлгә күпме текәлеп ултырһаҡ та, балыҡ ҡапманы.
– Әйҙәгеҙ, балалар, Ярмунсаға барайыҡ, унда балыҡ күп, тиҙәр, – тине Фәрит ағай.
– Йыраҡмы икән Ярмунса быуаһы?
– 4 – 5 саҡрым, велосипедта «һә» тигәнсе барып етербеҙ.
Улай булманы шул, арып бөттөм, быға тиклем йыраҡҡа великта барғаным юҡ ине. Көҙгө курткала бешеп үлә яҙҙым. Күршеләр ни, елдерҙе генә, ә мин улар артынан ҡалмаҫҡа тырышып, хәлдән тайҙым. Көс-хәл менән килеп етеүгә быуаны балыҡсылар һырып алғайны. Беҙ ҙә ярҙа бик уңайлы урын таптыҡ. Ә тирә-йүндең гүзәллеге! Ағас­тар матур шаулай, бейек тау күккә олғашып тора, һыу шундай таҙа, ҡоштар һайрай. Яйлап ултырыу менән балыҡ сиртә лә башланы, тартып сығарып ҡына өлгөр. Ә үҙҙәре береһенән-береһе ҙурыраҡ! Бәләкәсе эләккәйне, атай-әсәйеңде алып кил, тип кире ебәрҙек. Миңә һарғылт балыҡ ҡапҡайны, иң шәп теләгемде әйтеп, һыуға ташланым, бәлки, алтындыр.
Шулай тыныс ҡына гәпләшеп балыҡ ҡармаҡлап ултырғанда, ҡапыл ҡояшты ҡара болот ҡап­ланы, күкте ярып, йәшен йәшнәне. Күк күкрәгәс, ҡотом осоп, һыу­ға ҡолай яҙҙым. Бер заман ямғыр ҡоя башланы. Беҙ тиҙ генә күпер аҫтына йәшендек. Көслө ел 3 – 4 аҙбар, келәт түбәһен алып осорҙо. Шул тиклем ҡурҡ­тым, «дер-дер» килеп ултырам. Азамат тынысландырырға тырыша. Ел шул тиклем көслө! Быуала ҙур тулҡындар тулаша, күҙ асҡыһыҙ ҡом бураны күтәрелде. Ә быуа буйында, бер нәмә булмағандай, өс балыҡсы ултыра…
Ғәрәсәт башланғандағы кеүек кинәт туҡтаны, ҡояш ҡалҡты. Беҙ балыҡтарыбыҙҙы тултырып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Вәт, мажаралы сәйәхәт булды!

Айгизә АБЗАЛОВА.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code