Махсус комиссиялар әҙерлекте тикшерә

Баш ҡалабыҙ мәктәптәрендә яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре ҡыҙыу алып барыла. Һәр бер районда махсус комиссиялар ҙа төҙөлгән. Быйыл ҡала ҡаҙнаһы иҫәбенә 38 белем биреү учреждениеһында ремонт үткәрелә. Уларҙа ҡыйыҡ, электр, һыу менән тәьмин итеү, бысраҡ һыуҙарҙы ағыҙыу өсөн ер аҫтынан үткәрелгән торбалар системаларын йүнәтеү, бинаның тышҡы яғын йылытыу, тәҙрә блоктарын алмаштырыу кеүек эштәр башҡарыла. Күптәре әҙер инде. Райондағы комиссия балалар баҡсаларын һәм мәктәптәрҙе 1 августан тикшерә башланы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code