Матур йолаға әйләнде

Беҙҙә үткән аҙналыҡ барышында яҙыу­сылар һәм шағирҙар менән осрашыуҙар, төрлө конкурстар, акциялар, флешмобтар ойошторолдо. Ә шулай ҙа иң мауыҡтырғысы ғаиләгә арналған квест булды.

Был сарала теләгән бала ата-әсәһе, олатай-өләсәһе менән ҡатнаша алды. Ул ике этаптан торҙо. Беренсеһе китапханалар эсендә уҙғарылһа, икенсеһе – ҡала кимәлендәгеһе – Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китаханала башланып, «Родина» кинотеатрында тамамланды. Тәүгеһендә иң яҡшы тип табылған биш ғаиләгә II этапта ҡатнашыу бәхете тейҙе. Был көндө кино­театрҙа ҙур байрам ойошторолдо. Балалар өсөн төрлө уйындар үткә­релде. Аҙналыҡҡа йомғаҡ яһал­ды. Конкурстың еңеүселәре билдәләнде.
Шулай итеп, был квеста Мөхәмәт­йәновтар ғаиләһе беренсе урынға сыҡты, икенсе урынды – Ивановтар, ә өсөнсө урынды Кулаковтар ғаиләһе яуланы. Байрам аҙағында бөтә ҡат­нашыусыларға ла балалар өсөн төшөрөлгән нәфис фильм күрһәтелде.

Сәлиә ӘХМӘТШИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code