Матур йәшәйем, тиһәң…

Ихсановтар улдары Юламан, Тимерйән менән.

Беҙҙә татыу, матур йәшәүсе ғаиләләр күп. Улар һәр яҡтан ауылдаштарыбыҙға өлгө булып тора. Һоҡланғыс итеп донъя көтәләр, кәртә тултырып мал-тыуар аҫрайҙар. Шундайҙарҙың береһе – Фәүзилә һәм Әсғәт Ихсановтар.

Фәүзилә Истамғол ҡыҙы сығышы менән Таштимер ауылынан. Ул – шундай ихлас, ярҙамсыл кеше. Һөнәре буйынса – юрист. Әсғәт Садиҡ улы мәктәптән һуң хәрби бурысын Афғанстанда үтәй. Йылайыр ауыл хужалығы техникумының механика бүлеген тамамлағас, юл ремонтлау һәм төҙәтеү эшендә хеҙмәт юлын башлай.
Ихсановтар 1992 йылда матур ғаилә ҡороп, өс ул тәрбиәләй. 1998 йылдан алып йылҡысылыҡ менән шөғөлләнәләр. 2004 йылда кә­зә лә үрсетә баш­лай­ҙар. Ә уның тарихы былай: «Йәшлек» гәзитендә Рәмилә һәм Вәкил Яҡуповтарҙың кәзә ҡымыҙы эшләүҙәре хаҡында мәҡәлә ба­ҫыла. Шуны уҡып, бы­лар дәртләнеп китә һәм иртәгеһенә үк Учалы районының Бөйҙө ҡасабаһына юлланалар. Шул көндө машиналарына тейәп, 6 баш кәзә алып ҡайталар. Әйткәндәй, Яҡуповтар ғаиләһе уларға кәзә малын тәрбиәләүҙең барлыҡ нескәлектәрен өйрәтә.
2008 йылдан Ихсановтар фермерҙар рәтенә инә. Һыйыр малдары ла хәҙер тиҫтәгә яҡын. Һарыҡтарҙың да төрлө тоҡомлолары бар. Ҡош-ҡорттары ҡура тулы булып йүгереп йөрөй, ә ваҡ малдары йөҙҙән артыҡ. Ғинуар айынан кәзә ҡымыҙы эшләй башлаһалар, бейәнекен – июндән башлап. Үҙҙәре өсөн биш йыл тирәһе бал ҡорттары тоталар. Уларға Фәүзилә еңгәйҙең 87 йәшлек атаһы ярҙам итә.
Балалары менән бергә бармаған ерҙәре ҡалманы. Уларҙы ныҡышмал, маҡсатлы, эшһөйәр итеп тәрбиәләйҙәр. Өлкән улдары Әҡсән таш эшкәртеү серҙәрен өйрәнгән. Хәрби бурысын да үтәп ҡайтҡан. Әлеге мәлдә ғаилә ҡороп, район үҙәге Асҡарҙа йәшәйҙәр. Асҡар һәм Ирлан исемле улдар үҫтерәләр. Уртансылары Тимерйән – Өфөләге аграр университеттың икенсе курс студенты. Киләһе йылдан умартасылыҡ йүнәлеше буйынса уҡый башлаясаҡ. Шулай уҡ фотоға төшөрөү менән шөғөлләнә, бәләкәй сағынан саңғыла йөрөй. Иң кеселәре Юламан ауыл мәктәбенең Х синыфында уҡый. Спорт менән дуҫ егет Асҡарға аҙнаһына өс тапҡыр тхэквондо секцияһына йөрөй. Яҡшы уҡый. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Ихсановтар – ауылыбыҙ биҙәге. Киләсәктә лә уларға уңыштар ғына юлдаш бул­һын.

Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code