Матур итеп ҡаршыланыҡ

Яңы йыл байрамы – иң күңелле көндәрҙең береһе. Уны матур итеп ҡаршылаһаң, йылың да уңышлы булыр, тиҙәр. Быға беренсе синыф уҡыусылары ла бик ышана. 2017 йылдың һуңғы уҡыу көнөн уҡыусылар Ҡыш бабай башлыҡтарын кейеп уҙғарҙы. Беренселәр Эт йылын ҡаршыларға әҙерлектәрен бына ошолай күрһәтте. Әлбиттә, дәрестәр ҙә тиҙ һәм күңелле үтте был көндө. Кескәй Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙарға ҡарап, юғары синыф уҡыусыларының һәм уҡытыусыларҙың йөҙҙәрендә йылмайыу сағыла ине.
Ҡәҙерле балалар, Яңы йыл һеҙгә тағы ла ҙурыраҡ ҡыуаныстар, уңыштар килтер­һен!

Гөлназ ЙОСОПОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code