Матур үтә каникулым

Һәр кемдең яратҡан миҙгеле була. Мин үҙем йыл һайын йәйҙе һағынып көтөп алам. Сөнки каникулдың өс айын туйғансы ял итеп үткәрергә мөмкин. Ҡояш үҙе­нең йылы нурҙары менән бик иркәлә­мәй. Шулай ҙа каникулымды онотол­маҫлыҡ итеп уҙғарырмын, тип уйла­йым.

Йәйҙең тәүге көнөнән үк мәктәбемдә «Юлдаш» лагеры эшләй башланы. Беҙ унда өс төркөмгә бүлендек. Мин – «Бөр­йән» отрядында. «Ҡыпсаҡ», «Тамъ­ян»дағы тиҫтерҙәрем менән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашабыҙ. Тәүге көн асфальтҡа һүрәт төшөрөп ярыштыҡ. Беҙҙең команда II урын алды.
Күптән түгел «Йәншишмә» гәзитенә яҙылып, бүләккә туп отҡайныҡ. Шуның менән рәхәтләнеп уйнайбыҙ. «Самауыр», «Мәскәй әбей», «Йәшерәм яулыҡ», «Сабжа» уйындарын яратабыҙ.
Тәрбиәселәребеҙ Эльмира Ғәбдрәшитова, Раушания Күсәрбаева, Раушания Ғайсина, Рәшиҙә Хәйҙәрова, Илүзә Әфләтүнова, Флүрә Яруллина, Арсен Әминев, тәмле аштары менән һыйлаусы ашнаҡсылар беҙҙең ялыбыҙ күңелле үтһен өсөн бар тырышлығын һала.
Минең исемем менән аталған лагерға көн дә ашҡынып барам. Уҡыуҙы ла онотмаҫҡа тырышам. «Йәншишмә» ду­ҫымдың килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Ундағы хикәйә, шиғыр­ҙарҙы бәләкәс Камила һеңлемә ҡысҡырып уҡыйым. Һәмәндә йәшәгән өләсәй, олатайымдарға, туғандарыма барырға ла, атай-әсәйемә ярҙам итергә лә өлгөрәм. Яратам йәй айын. Күңелле лә ул каникулда!

Юлдаш БУЛАТОВ, III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code