Маъмайҙарға тоғролоҡ хас

Яңы йылға аяҡ баҫырға ла һынаулы ғына көндәр ҡалып килә. Әйтергә кәрәк, Әтәстән күбебеҙ ҡәнәғәт ҡалды. Һәйбәт йыл булды, бер ҙә һынатманы. Ләкин һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, тигәндәй, тәхеткә ултырыу хоҡуғын Эткә тапшырырға кәрәк. Көнсығыш календары буйынса һары ер Эте йылын ҡаршылаясаҡбыҙ. Йондоҙнамә белдереүенсә, ул бик матур килмәксе. Мөхәббәт өлкәһендә лә уңырһығыҙ. Бигерәк тә яңғыҙаҡтарға шәп сюрприздар әҙерләгән Һарыҡай. Купидон менән һөйләшеп, бөтәһенә лә етерлек итеп уҡтар ҙа ҡойҙорған, ти. Айырыуса оҙаҡ йылдар үҙҙәренең икенсе яртыһын осратырға хыялланғандар, ниһайәт, теләктәренә ирешәсәк, тиелә. 2018 йылда туйҙар күп буласаҡ. Ғаилә ҡорғандар оҙон һәм бәхетле ғүмер кисерәсәк.

Ә ғаиләләр татыу ҙа, ныҡлы ла бул­һын өсөн тағы ла ниҙәр эшләргә кәрәк икән? Эт йылында тыуғандар холоҡтары менән ниндәй? Ошо һорау менән беҙ уларҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт иттек.
Флүр ҒӘЛИМОВ, яҙыусы:
– Татыу йәшәүҙең сере: ирҙең – ир, ҡатындың ҡатын урынында булып, үҙ бурыстарын теүәл үтәүҙә, бер-береңде ихтирам итеүҙә, мөхәббәт хистәрен күҙ ҡараһылай һаҡлауҙа. Сөнки аралар боҙолһа, төҙәтеүе ауыр, ә ҡайһы саҡта мөмкин дә түгел. Ир һәм ҡатындарҙың үҙ урындарын бутай башлауы бик хәүефле нәмә, сөнки ғаилә институтын емереүгә, ә асылда – бөтөн донъяны пыран-заран килтереүгә йүнәлеш алыу ул.
Эт йылында тыуғандар мөхәббәт өлкәһендә лә, кеше булараҡ та, тоғролар, ихластар, бер ҡатлыраҡтар, ләкин ҡайсаҡ абалап өрөп алырға, хатта тешләшергә лә күп һорап тормайҙар. Бәлки, уларҙың был ҡылығын «хеҙмәт бурыстары» менән аҡлап булалыр. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә башыма сәйерерәк һорау килгәйне (этемде ашатҡан саҡта): ни өсөн алама, насар кешене этлекле әҙәм, тиҙәр икән? Әйтәйек, бесәйҙәр бит күпкә аҫтыртыныраҡ, хәйләлерәк, урлашырға, үс алырға әүәҫтәр, шым ғына үҙ эштәрен әүеш-тәүеш итеп йөрөүсәндәр…
Гөлсәсәк ШӘРИПОВА, Салауат башҡорт драма театры актрисаһы:
– Салауат педагогия училищеһында III курста уҡып йөрөгәндә «Нефтехимиктар» мәҙәниәт һарайына йырсы итеп эшкә саҡырҙылар. Буласаҡ тормош иптәшем Яҡуп шунда баянсы булып йөрөй ине. Күп тә үтмәне, был үҙенең мөхәббәтен белдерҙе. Аптырап ҡалдым. Сөнки минең егетем бар. Ләкин Яҡуп шул тиклем иғтибарлы, кешелекле булып сыҡты. Уның янында үҙемде бала һымаҡ ҡына хис итә инем. Ни эшләй­һең? Мөхәббәт еңде, гөрләтеп туй яһаныҡ. Артабан икәүләп Салауат драма театрында эшләнек. Хәҙер 42 йыл бергә йәшәйбеҙ. Уға кейәүгә сыҡҡаныма бер ҡасан да үкенмәнем.
Донъя көткәндә төрлө саҡтар була. Бер кешенең холҡо икенсе кешенеке менән бер ваҡытта ла тап килмәй. Ул шулай булырға тейештер ҙә. Кемдер ҡайнап сыҡһа, икенсеңә һүндерергә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә тот­ҡаһы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Күп нәмә беҙҙән, гүзәл заттарҙан, тора. Сабырлыҡ, түҙемлек кәрәк. Минең өсөн ғаилә төшөнсәһе һәр ваҡыт иң мөһим урынды биләне һәм биләй. Быға Эт йылында тыуыуым да, бәлки, тәьҫир итәлер. Ғаиләмә, тормош иптәшемә, мөхәббәтемә ҡарата эт һымаҡ тоғромон. Үҙебеҙ иһә шул хайуандар һымаҡ иркәләгәнде, наҙлағанды яратабыҙ.
Илдар ҒҮМӘРОВ, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры актёры:
– Ҡатыным менән утыҙ йыл бергә йәшәйбеҙ. Ул медицина өлкәһендә эшләй. Өс малай үҫтерәбеҙ. Икәүһе – Илйәр менән Илгизәр Өфө хореография училищеһын тамамлап, Баш­ҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Илморат Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында IX синыфта белем ала. Ғаиләм тулы, Аллаға шөкөр. Татыу йәшәүҙең сере нимәлә? Бер ғаиләлә лә һауыт-һаба шалтырамай тормай. Төрлө саҡ була. Ғаиләбеҙҙә биш кеше икән, биш төрлө холоҡ, биш төрлө ҡараш бит. Уларҙың бер-береһе менән бәрелешмәүе мөмкин түгел. Аңлашылмаусанлыҡ, үпкәләшеүҙәр ҙә килеп сыға. Һин үҙеңсә күргән тормошҡа иртәме-һуңмы балаларың да, тормош иптәшең дә үҙҙәренең талаптарын ҡуя башлай. Ҡайһы ваҡытта быны аңлап, күнеп эшләйһең, ә ҡайһы саҡта ҡаршы киләһең. Шунһыҙ ғаилә була ла алмай­ҙыр ул. Йәшәй-йәшәй күп нәмәгә өйрәнәһең. Ғүмерҙең шул тиклем ҡыҫҡа һәм шул өс көнлөк кенә тормошта күберәк ыңғай эмоция алып ҡалырға тырышырға кәрәклеген аңлайһың. Ғаиләлә оҙаҡ үпкәләшеп йөрөгәнебеҙ юҡ. Мин үҙемдең хаҡлы түгеллегемде аңлаһам, ғәфү үтенергә бер ваҡытта ла тартынып тормайым. Ә ҡатыным оҙаҡ асыу һаҡлап йөрөй торған кеше түгел. Әйтә алмаған һүҙен SMS-хәбәр аша еткерә. Был инде ҡул бирешеү тигәнде аңлата.
Ҡөрьән тарафынан индерелгән сифаттарҙың береһе – ул сабырлыҡ. Был түҙеү тигәнде аңлатмай, бөтөнләй икенсе нәмә. Сабырлыҡ – аҡыллылыҡтың, зирәклектең бер билдәһе. Әгәр һин бер етешһеҙлекте күрҙең дә ашығыс һығымта яһап, тиҙ арала хәл итергә тырыштың икән, ҡаршы килгән кешеңә генә түгел, үҙеңә лә ҙур зыян килтереүең бар. Сабырлыҡ күрһәтеп, саҡ ҡына артҡа сигенеп торһаң, теге кеше лә, мин еңдем, тип ҡәнәғәт ҡала. Ә һин үҙең дә ғорур рәүештә, еңелмәнем, тип тороп ҡалаһың. Ул кеше аҙаҡтан, үҙенең дөрөҫ эшләмәгәнен аңлай. Ләкин яныңа килеп һүҙ ҡушырға батырсылыҡ итмәй йөрөй. Шул ваҡытта, бер нәмә булмағандай, үҙең һүҙ ҡушып ебәр­һәң, ул һиңә йөҙ тапҡыр рәхмәтле. Быны күп тапҡыр һынағаным булды. Һөҙөмтәһе бар. Мин үҙемде, түҙемһеҙ кеше, тип әйтә алмайым. Ҡайһы саҡта дары шикелле тоҡанып китһәм дә, үҙемде тиҙ ҡулға алам.
Эт йылында тыуғандар ниндәй сифаттарға эйә, тигәндән, иң беренсе – тоғролоҡ, тип әйтер инем. Мин үҙем ниндәй тоҡомға ҡарайымдыр инде, ҡойроҡ болғай белмәйем. Әммә тексәйә беләм. Күрәләтә хаслыҡ ҡылһалар, теште лә күрһәтәм.
Эттәр үҙҙәренең ҡорған ояһын ныҡ ярата. Балаларына ҡарата айырыуса иғтибарлылар. Үҙен аңлаған, яратҡан кешеләргә улар шул тиклем рәхмәтле була белә һәм шундай кешеләргә мохтаждар.
Зилә УСМАНОВА, йырсы:
– Хәсән менән сәнғәт академияһында уҡығанда таныштыҡ. Өс йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек. Хәҙер 15 йыл бергәбеҙ. 13 йәшлек ҡыҙыбыҙ, 8 йәшлек улыбыҙ бар. Икеһе лә 20-се башҡорт гимназияһында белем ала. Аллаға шөкөр, матур йәшәйбеҙ.
Ғаиләнең уңышы, минеңсә, иң тәү сиратта, бер-береңде аңлауҙалыр. Һәр кемдең үҙ холҡо. Тәжрибә йәшәй-йәшәй туплана. Беҙ ҙә элегерәк ҙур проблема тип ҡараған күп нәмәне хәҙер бөтөнләй икенсе төрлө итеп ҡабул итәбеҙ. 15 йыл йыл эсендә күпте кисерергә тура килде. Хәсән баҫалҡы, тыныс холоҡло, әммә ир һүҙен әйтә белә торған кеше. Уға ышанырға, таянырға була. Ғаиләм, балаларым, тип йән атып тора. Ат йылында тыуған кеше булараҡ, егәрле, эшлекле. Шуға ла кешенең ниндәй йылда тыуыуы уның холҡона йоғонто яһамай ҡалмайҙыр, тим. Ә миндә эттәргә хас тоғролоҡ ярылып ята. Әйткән һүҙемә лә, мөхәббәтемә лә, эшемә лә тоғромон, тип әйтә алам.
Ләлә АБЗАЛОВА, Туймазы районы Бишҡурай мәктәбенең баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы:
– Ғаилә бәхетле булһын өсөн иң мөһиме – мөхәббәт. Яратыу хисе асыу, йән көйөү һәм башҡа шундайыраҡ тойғоларҙан көслөрәк. Ул һөйгәнеңде кисерергә ярҙам итә. Ғаиләлә бер-береңдең ҡәҙерен белеү, тиккә генә ҡаты һүҙҙәр әйтеп, йәнен ҡыймау, кәрәк саҡта терәк булыу бик мөһим.
Беҙ иптәшем Әлмир Зәйнәғәтдин улы менән студент саҡта, өс йыл дуҫлашып йөрөп, өйләнештек. Хәҙер бергә йәшәүебеҙгә – 28 йыл, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек.
Йәшерәк саҡта иптәшем ҡатыраҡ өндәшһә, ҡыйын була, йәнгә тейә ине. Шунан инде үҙем дә уның асыуын ҡабартырлыҡ берәй һүҙ әйтергә тырыша торғайным. Хәҙер кәйефе булмаған саҡтарында, кем нервыһына тейҙе икән, тип тиҙерәк тыныс­ландырырға тырышам. Хатта мине әрләп торғанда ла эстән генә: «Эй, Хоҙайым, хәләлемә оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы бир», – тип ялбарам. Ғүмер үткән һайын яратҡан кешеңдең ҡәҙерен нығыраҡ беләһең икән.
Ғаиләлә бер-береңә юл ҡуйыу ҙа кәрәк. Мин үҙем иремдең тыныслан­ғанын сабыр ғына көтөп торам да ул туҡтағас ҡына ауыҙҙы асам. Күп нәмәне шаярыуға борорға тырышам. Шунда әйтә алмай ҡалған һүҙемде лә еткерәм. Ҡатын-ҡыҙға йылмайып, әҙерәк хәйләләшеп алырға ла кәрәк.
Ә Эттәргә килгәндә инде, улар – тоғро, игелекле, ҡәҙер белә торған зат­тар. «Өрөп» алырға ла яраталар. Тик күҙгә тура ҡарап әйткән кешенең интрига ҡороп, һүҙ йөрөтөп, берәйһе менән булышып торғанын күргән юҡ. Улар эшен еренә еткереп башҡара, хаҡлыҡ эҙләй, сәмле, еңеүсе булырға ярата.
Иғтибар иткәнһегеҙҙер, был «эт»­тәрҙең бөтәһе лә тоғролоҡ кеүек сифатты өҫтөн ҡуя. Быға ышанырға ғына ҡала һәм барығыҙға ла үҙегеҙҙең парҙарығыҙҙың һеҙгә ҡарата шундай булыуҙарын теләйбеҙ.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code