«Мөхәббәт ул, әйтерһең дә, утлы йәшен, һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен»

Ошондай исем менән Баймаҡ районы Билал ауылы китапханаһында «Яҡташ яҙыусылар ижады» аҙналығы уҙғайны. Унда синыф етәкселәре Зимфира Ғүмәрова менән бергә VIII синыфты тамамлаусы уҡыусылар һәм уҡытыусылар Рәшиҙә Хәйҙәрова, Раушания Ғайсиналар ҡатнашты. Дәрестә яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың, шағирҙарыбыҙҙың мөхәббәт ҡорбаны булған геройҙарына, саф мөхәббәт ялҡынында янып, ғүмер буйы йәренә тоғро ҡал­ғандарға дан йырланыҡ. Яҡташ әҙиптәребеҙ Таңсулпан Ғарипова, Абдулхаҡ Игебаев, Урал Мостафин, Гөлнара Мостафина, Лилиә Һаҡмар, Рәзилә Ырыҫҡужина, Әхмәр Үтәбайҙар­ҙың ошо теманы сағылдырған әҫәр­ҙәре, шиғырҙары уҡыусылар күңеленә хуш килде.

Мөхәббәт – йәшәүгә көс, дәрт биреүсе бөйөк хис! Илһамландыра ла, ҡанатландыра ла. Ул – өмөт нуры өләшеүсе иң саф, илаһи һәм сихри көс. Әгәр һөйгән кешең яныңда булһа, тормош йәмле, донъяларҙа йәшәүе рәхәт. Бына ошондай матур һүҙҙәр яңғыраны китапханалағы дәрестә.
18 уҡыусы «Нимә ул мөхәббәт?» исемле һорау-яуапта ҡатнашты. Командаларға бүленеп ярышыусы балалар үҙҙәре яҙған шиғыр­ҙары менән таныштырҙы. Беренсе команда ижад иткән шиғыр юлдары:
Мөхәббәт нимә була ул?
Ниндәй тойғо яратыу?
Ул бит шундай изге бер хис,
Һөйгәнең тип йән атыу.

Янып-көйгән генә кеше
Уның ғазабын белер.
Ғашиҡтар ғына һөйөүҙең
Серҙәрен әйтеп бирер.

Икенсе команданың ижад емеше:
Мөхәббәт – ул шундай нәмә,
Ғашиҡтар бергә булыу.
Бер-берең өсөн өҙөлөп,

Йәнеңде фиҙа ҡылыу.
Өсөнсө төркөм уҡыусылары бына нимә ти:
Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай,
Мөхәббәт ут-ялҡындай,
Үҙ бәхетеңде осратҡас,
Һаҡлар кәрәк алтындай.

Бына ниндәй хис икән ул мөхәббәт! Күңел түрендәге саф тойғоларҙы ғүмергәсә һаҡлағыҙ!

Райхана БУЛАТОВА, Баймаҡ районының Билал ауылы китапханасыһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code