Мәскәүҙәрҙе таң ҡалдырып

Гөлзифа Мәскәүҙә саҡта.

Баймаҡ районы Ярат мәктәбендә үҙ эшенә мөкиббән киткән уҡытыусылар коллективы тупланған. Шуға күрә уларҙың уҡыусылары ла ҙур мөмкинлектәргә эйә.

Әле бына апрель айында Мәс­кәү ҡалаһында уҙған мәртәбәле конкурста ҡатнашып, Гөлзифа Юлдашбаева исемле һылыу оло еңеү яулап ҡайтты. «Минең бәләкәй тыуған илем» тип аталған өс турҙан торған һынауҙы үтеү өсөн байтаҡ көс һалырға тура килһә лә, һынатманы. Район этабында уңышлы сығыш яһағандан һуң, республика кимәлендәге ярыш­ҡа Өфө ҡалаһына юлланғас та: «Быйыл барыбер еңәсәкмен», – ти ул. Былтыр бәйгелә II урын яулаған булған, сәмләнеп ҡайт­ҡан, тимәк. Декабрҙә Өфөлә үткән сираттағы турға жюри итеп абруйлы этнографтар, фән кандидаттары саҡырылған. Улар алдында «Һай, был иҙеүҙәр!» тигән проект менән сығыш яһап, баһалама ағзаларының һорау­ҙарына теүәл итеп яуап биреп, үҙенең темаһын тулыһынса асып бирә ала. Гөлзифаның эшендә Ярат ерлегендә табылған боронғо иҙеү­ҙәр­ҙең тарихы ла, Көньяҡ Урал башҡорт ҡатын-ҡыҙ­ҙа­рының был кейеме, уның би­ҙәлеше, заманса тегелгәндәре тура­һын­да мәғлүмәттәр бар.
Республика кимәлендәге ярышта ла I урын яулаған яҙмаһы Мәскәү ҡалаһына сираттағы һайлап алыу турына ебәрелә. Шулай итеп, 39 эш араһынан 17-һе финалға үтеп, апрель аҙағында конкурстың һуңғы этабына юл ала Гөлзифа.
Башҡортостан Республикаһынан Мәскәүгә 4 бала саҡырыла. Улар төрлө секцияларҙа үҙ көстәрен һынап ҡарай. Гөлзифаның эше «Традицион мәҙәниәт» тип аталғанында тыңлана. Ҡыҙ был конкурсҡа тағы ла ентекләберәк әҙерләнә. Үҙ ҡулдары менән заманса һәм традицион иҙеүҙәр эшләй, баш­ҡорт ҡурсаҡтарын кейендерә, улар тураһында ныҡлы мәғлүмәт туплай. Теккән әйбер­ҙәрен һатып, аҡса эшләп тә ҡарай, килемдәрҙе һәм сығымдарҙы иҫәпләргә өйрәнә. Шулай уҡ башҡорт әҙәбиәтенән иҙеүҙәр тураһында телгә алын­ған өҙөктәрҙе табып, анализлай, сағыштыра, һығымта яһай. Һөҙөмтәлә, конкурсҡа ныҡлы әҙерләнеп барған ҡыҙыҡайға жюри алдында сығыш яһауы еңелгә тура килә. Ул шулай уҡ баһалама ағзалары иғтибарына яңы ғына тегелгән иҙеүле күлдәгенә ҡыуанып, таҡмаҡ әйтеп тыпырлаусы ҡыҙыҡайҙы һынландырған «Ләүсәтин» бейеүен дә тәҡдим итә. Үҙенең сығышы ваҡытында аудитория менән бәйләнеш булдырырға ла, жюри менән әңгәмәләшергә лә, милли кейемле ҡурсағын федераль экология-биология үҙәгенә бүләк итергә лә өлгөрә ул. Әҙерлек бушҡа китмәй, педагогия фәндәре кандидаттарынан, музей хеҙмәткәрҙәренән торған комиссия тарафынан яуған һорауҙарҙың һәр береһенә төплө яуап бирә алған ҡыҙыҡай был юлы ла еңеүсе тип табыла!
Күтәренке кәйефтә еңеү­се миҙалын тағып, «Океан» лагерына юллама тотоп, затлы бүләктәр менән ҡайтып төшкән уҡыусы өсөн Ярат мәктәбе уҡытыусыларының ҡыуанысы сик­һеҙ. Ни тиһәң дә, Гөлзифа Рәсәйҙең Мәскәү, Ульянов, Төмән, Һамар, Ростов, Тверь, Иркутск, Новосибирск, Смоленск, Омск, Иванов, Белгород өлкәләренән һәм Коми, Удмурт Республикаларынан килгән конкурсанттар араһында башҡорт мәҙәниәтен сағылдырыусы бер­ҙән-бер уҡыусы була. Йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, әҙәбиәтебеҙҙе ныҡлап өйрәнгән, йөҙөк ҡашы булырҙай ҡомарт­ҡыларҙы һаҡлауҙың, пропагандалауҙың мө­һимлеген аңлаған уҡыусының баш ҡалабыҙға барып, милләтебеҙҙең данын арттырып ҡайтыуы – үҙе бер мәртәбә!
Һәләтле ҡыҙыҡай конкурста ҡатнашыу менән генә сикләнмәгән, Кремль майҙанында ла, Мәскәү-сити эргәһендә лә үҙенең дәртле «Ләүсәтин» бейе­үен тамашасыларға бейеп күр­һәткән.
Гөлзифа тағы ла үҙе менән Яңы йылда Ҡыҙыл майҙанда биҙәлә торған иң төп Кремль шыршыһының орлоҡтарын алып ҡайтҡан әле. Улар Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаһының «Кремль шыршыһы балалары» проекты буйынса әҙерләнеп, матур ағас һауыттарға тупрағы менән бергә һалынып, тап ошондай һәләтле уҡыусыларға бүләк ителә икән. Ултыртылған шыршылар Рәсәй­ҙең экологик картаһында билдәләнеп ҡуйыла.
Әлбиттә, был эштең етәксеһе – әсәһе Миләүшә Азамат ҡыҙына ла, ҡурсаҡтарҙы кейендерешеүҙә, иҙеүҙәр эшләүҙә ярҙам иткән Дилара Камил ҡыҙы Йәнбирҙинаға ла оло рәхмәтле Гөлзифа. Уға артабан да уңыштар, тырышлыҡ, сәм һәм дәрт теләйбеҙ!

Аҡйондоҙ ҒӘНИЕВА.
Баймаҡ районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code