Мәктәптә – туризм байрамы

Ярыш ваҡытында.

Быйылғы көҙ ҡояшлы көндәре менән беҙҙе артыҡ иркәләтмәй, әммә бөгөн ул сыуаҡлығы менән ҡыуандырҙы. Әйтерһең, белеп торған. Сөнки Әбделмәмбәт мәктәбендә «Туристик слёт – 2017» байрамы булды. «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» девизы менән үтте был сара. Уҡыусылар, уҡытыу­сылар – барыһы ла спорт кейемендә ауыл уртаһында урынлашҡан туғайға төштө.

Туризм байрамында һәр синыф айырым команда булып ҡатнашты. Уҡыусылар уға ентекле әҙерләнгән ине. Слёт командаларҙың сәләмләүенән башланып китте. Шулай уҡ һәр береһе плакат, видео һәм презентациялар эшләгән. Уҡытыусылар йәш туристарға ҡаршылыҡтар әҙерләгәйне, уларҙы үтеп сығыр өсөн отҡор, сос, етеҙ һәм географик белемле лә булырға тейешһең. Әммә бер кем дә юғалып ҡалманы, барлыҡ эштәрҙе лә уңышлы башҡарып сыҡтылар. Биштәргә туристарға кәрәкле әйберҙәрҙе һалыу, төйөндәрҙе бәйләп күрһәтеү, бүрәнә буйлап йүгереү, «һаҙлыҡ» аша батмай ғына сы­ғыу өсөн оҫталыҡ, спорт менән дуҫ булырға кәрәк. Беренсе ярҙам күр­һәтеү һәм дарыу үләндәрен әйтеү өсөн медицинаны, биологияны яҡшы белеү мөһим булһа, азимут билдәләү, топографик там­ғаларҙы аңлатып биреү өсөн географияны яҡшы өйрәнеүең ярҙамға килер.
Бар ҡаршылыҡтарҙы уңышлы үтеп, география һәм биология фәндәренән белемдәрен һынағас, һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәне. Командалар ярышының «Таныштырыу» турында V – VII cиныфтарҙан – бишенселәр­ҙең, ҙурҙар араһында ун беренселәрҙең сығышы сағыу, бай йөкмәткеле булды. «Беҙ – туристар» тип аталған плакаттар бәйгеһендә бишенселәр һәм етенселәр еңеүсе тип билдәләнде. Шулай уҡ поход мәлендә фотопрезентация һәм видео конкурстарында V һәм VII cиныфтар иң әүҙеме тип табылды. Улар ошо сараның иҫтәлеге тип бай йөкмәткеле видео, презентациялар эшләне. Дөйөм һөҙөмтәләргә килгәндә, алтынсылар һәм унынсылар I урынға лайыҡ булды.
Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Әбделмәмбәттә лә спорттың яҡын дуҫы, тәбиғәттең тоғро ярҙамсылары булырға кәрәклеген яҡшы аңлайҙар. Шуға ла «Туристик слёт» кеүек саралар йыл һайын үткәрелеп тора.
– Бындай спорт һәм туризм байрамы, бер яҡтан, балаларҙы спорт­ҡа, һау-сәләмәт тормошҡа йәлеп итһә, икенсенән, саф һауала үткән ярыштар уҡыусыларҙы команда булараҡ берләштерә, төрлө фәндәрҙән белемдәрҙе контроль эштәрһеҙ генә асыҡларға ярҙам итә, – ти биология уҡытыусыһы һәм директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Әмир ҡыҙы Әйүпова.
Тышта ниндәй миҙгел булһа ла, әбделмәмбәттәр һәр ваҡыт дәртле һәм әүҙем. Уҡыу йылы башланып ҡына тороуына ҡарамаҫтан, мәктәптә әллә күпме ҡыҙыҡлы саралар булып үткән. Алдағы көндәрҙә лә һынатмаҫтар әле.

Нурзилә УСМАНОВА,  БДУ студенткаһы.
Бөрйән районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code