Мәктәпкә бергә йөрөрбөҙ

Минең һеңлемдең исеме – Лилиә. Уға – 7 йәш, быйыл I синыфҡа уҡырға бара. Шуға ла 1 сентябрҙе – Белем көнөн түҙемһеҙләнеп көтөп йөрөй. Уларҙың синыфында 14 бала буласаҡ.

Ул бөтә тиҫтерҙәре менән дә уртаҡ һүҙ таба белә. Шулай ҙа беҙҙең урамда йәшәгән Азамат һәм Инсаф менән ныҡ дуҫтар. Көн дә күрешеп торалар, гел бергә уйнайҙар. Йәйгеһен һауыт-һаба йыуып, сәскәләргә һыу һибеп, һеңлем беҙгә ярҙам итте.
Мәктәпкә барғас, яҡшы уҡыр, тип өмөт итәбеҙ. Һеңлем аҡыллы һәм тырыш, мин уны бик яратам. Мәктәпкә бергә йөрөрбөҙ, кү­ңелле булыр әле.

Фирзәлиә ҠАРАМЫШЕВА, V синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code