Мәктәп вальсы

Тыңларға:

Audio clip: Adobe Flash Player (version 9 or above) is required to play this audio clip. Download the latest version here. You also need to have JavaScript enabled in your browser.

Зөһрә Фәйзуллина һүҙҙәре.

Был доньяға нимә булған:
Тирә-яғы моңга сумған?
Әйләнәбеҙ ҡара-ҡаршы,
Ә күҙҙәргә һағыш тулған.

Ҡушымта:

Әйләнәбеҙ парланышып
Бала саҡтың һуңғы вальсын.
Ошо ябай, изге моңдар
Йөрәктәрҙә мәңге ҡалһын.

Ҡушымта.

Һау бул инде, туған мәктәп,
Күрешкәнгә тиклем, дуҫтар.
Таралабыҙ төрлө яҡҡа
Ҡанат ҡағып осар ҡоштай.

Ҡушымта.

Уҡытыусым — тоғро дуҫым
Кәңәш бирә һуңғы тапҡыр:
«Абынмайса атла алға,
Барыр юлдар булмаҫ таҡыр.»

Ҡушымта.

Борсолмағыҙ, тапшырырбыз
Заман ҡуйған һынауҙарҙы.
Тормошҡа беҙ ашырырбыҙ
Уйҙарҙағы хыялдарҙы.

Ҡушымта.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code