Конькиҙа йөрөүҙән ҡурҡмағыҙ

Бер көндө ике ҡыҙҙың мауығып һөйләшкәнен ишетеп ҡалдым: «Ҡышты бик яратам, ләкин минең өсөн бөтмәҫ боҙлауыҡтар оло хәүефкә әүерелә. Эй, ҡурҡыныс атлауҙары. Коньки, саңғыға үҙ теләгем менән баҫам, тик өйрәнеп булмай инде. Ҡурҡыштан аяҡтар ҡата ла ҡуя, шунан бер-ике йығылһаң, әҙерәк иркенерәк йөрөй башлайһың да ул, тик икенсе тапҡыр килеүгә тағы ла шул уҡ хәл ҡабатлана», – тине береһе. Мин дә үҙемдең тәүге тапҡыр конькиға баҫыр алдынан шөрләүҙәремде иҫемә төшөрҙөм… Барыбер өйрәндем. Хәҙер инде бар донъямды онотоп шыуам.

Һәр нәмәгә эстән әҙерлек кәрәктер, тип уйлайым. Эске психологияңды яҡшы белеп, ҡурҡмаҫҡа өйрәнергә тейеш­һең. Мин, мәҫәлән, уйым менән һәр ваҡыт конькиҙа йә саңғыла йөрөгәнемде күҙ алдына килтерә инем бала саҡтан. Был ныҡ ярҙам итте. Хәҙер саңғыла спортсылар йөрөй торған бер алымды өйрәнгем килә, тырышам һәм маҡсатыма ирешәсәкмен!

Азалиә МИНҺАЖЕВА, V «В» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code