Комендант сәғәте файҙаға ғына

Баш ҡаланың яңы райондарының береһенән китеп барам. Ҡаршыма 2 – 3 малай осраны. Кәү­ҙәләренә ҡарағанда башланғыс синыфтарҙа уҡый­ҙарҙыр. Улар магазин янында торалар ине. Мин яҡынайыу менән береһе:
– Ғәфү итегеҙ, әҙерәк ваҡ аҡсағыҙ юҡмы? – тип һораны. – Миңә Сипайловоға ҡайтырға кәрәк, юлға етмәй.

Саҡ ҡына аптырап тор­ҙом да:
– Юҡ шул, – тип артабан атланым. «Нимәһелер килешмәй, алдайҙар, ахыры», – тип уйланым. Саҡ ҡына алыҫайыуым булды, быларҙың үҙ-ара һөйләшеүенән туңдырма алып ашағылары килгәнен аңланым. Юҡ, шул тәмлекәс өсөн аҡсаға мохтаж түгел улар, кейемдәренән, үҙҙәрен тотоштарынан күренеп тора. Ә көн, ысынлап та, бик эҫе ине. Был малай­ҙар бушҡа ашарға уйлағандарҙыр инде. Ярай, туңдырма ашағылары ла килгәндер, бәлки, ысынлап та, аҡсалары ла булмаған, ти. Нисек ят кешенән шулай һора­нырға оялмайҙар, тип аптыраным. Әҙәпһеҙ­лек, әрһеҙлек ҡайҙан килә икән…
Һуңғы ваҡытта үҫмер­ҙәрҙең ҙур супермаркеттарҙан ваҡ-төйәк урлап тотолоу осраҡтары ла йыш күҙәтелә, ти хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре. Урамда һыра эсеп иҫереп йөрөүселәр ҙә юҡ түгел. Ҡайһы бер ҡыҙҙар һәм малайҙарҙа яуаплылыҡ тойғоһо булмауы аптырата. Өйҙәренән бер ни өндәшмәй сығып китеп, бер нисә көнгә юғалып тороусылар тураһында әленән-әле хәбәр ителеп тора. Әлбиттә, төрлө фажиғәле осраҡтар ҙә бар. Бөтә донъя буйынса магазинға йәки сүп-сар түгергә генә сыҡҡан ерҙән күпме кеше хәбәрһеҙ юғала. Тәүбә-тәүбә. Ләкин әлеге һүҙем атай-әсәй­ҙәрен, уҡытыусыларын, яҡындарын уйламай, уларҙы ҡайғыға һалып, ҡайҙалыр юғалып тороу­сылар тураһында. Ниндәйҙер хәл ителмәгән мәсьәлә, кем менәндер аңлашмаусанлыҡтан ҡасып ҡына ҡотолоп булмай ул. Нисек тә булһа һөйләшергә, аңлашырға тырышырға кәрәк. Өйҙә ҡурҡһағыҙ, уҡытыусыларығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Бик булмаһа, ышаныс телефондары бар бит. Бөтә Рәсәй берҙәм балалар ышаныс телефоны һандары: 8-800-2000-122. Шылтыратыу бушлай һәм аноним. Тәжрибәле белгестәр һәр саҡ һеҙҙе тыңларға һәм ярҙам итергә әҙер.
Беҙҙең илдә 18 йәшкә тиклемгеләр балиғ булмағандар иҫәбенә инә. Улар тураһында хәстәрлек күреп, «комендант сәғәте» индерелде. Йәғни тәүлектең ҡараңғы ваҡытында балаларға урамдарҙа, йәмәғәт урындарында, вокзалдарҙа һәм башҡа ерҙә үҙҙәренә генә йөрөү тыйыла. Улар атай-әсәйҙәре йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләр менән генә булырға тейеш. Апай, ағай, өләсәй, олатай йәки бүтән туғандар менән ярамай. Юғиһә, штраф һа­лынасаҡ. 1 октябрҙән «комендант сәғәте» төнгө 10-дан таңғы 6-ға тиклем дауам итә. Был сараның балаларҙың хоҡуғын сикләү өсөн түгел, киреһенсә, уларҙы яҡлау һәм һаҡлау өсөн булдырылғанын аңлайһығыҙҙыр. Бөтә ҡара эштәр ҙә тиерлек ҡараңғыла башҡарыла.
Атай-әсәйҙәр, балаларыбыҙға иғтибарлыраҡ булһаҡ, улар менән күберәк һөйләш­һәк ине. Компьютер, телевизор экрандарынан ағылған мәғлүмәти һөжүмдән дә үҙҙәрен һаҡлайыҡ. Улар­ҙың күңелдәре ҡатып, вайым­һыҙ, битараф булып үҫмәһендәр. Әле яңыраҡ ҡына 3 бәләкәй баланың 17-се ҡаттың балконынан бер бесәйҙе ырғытыуы әллә күпме шау-шыу тыу­ҙырҙы. Барыһы ла ҡыйыҡҡа бәрелеп һәләк бул­ған бахыр­ҡайҙы йәлләй. Ысынлап та, йәл, ниндәй ҡанһыҙлыҡ. Ә ниңә малайҙар үҙҙәре генә булған һуң? Ғәҙәттә, бәләкәй балалар көндөҙ ҙә ишек алдына уйнарға өлкәндәр менән генә сыға бит…

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code