Кескәйҙәр күрһәтә тамаша

144-се балалар баҡсаһының фольклор коллективы «Башаҡ» әкиәтен сәхнәләштерҙе.

«Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсы 2010 йылдан үткәрелеп килә. Ул төрлө халыҡ әкиәттәрен башҡарыусы йәш таланттарҙы үҫтереү, халыҡ ижады аша балаларҙа туған телгә, мәҙәни мираҫҡа һөйөү тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған был бәйгелә быйыл 500-гә яҡын бала һәм 100-гә яҡын фольклор коллективы ҡатнашты.

«Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында Гран-при яулаусы Мәликә Исхаҡова.

Тәүҙә йәш конкурсанттар район кимәлендә һынау тотһа, еңгәндәр ҡала кимәлендә үҙен күрһәтте. Улар тарафынан баш­ҡорт, урыҫ, үзбәк, ҡаҙаҡ, белорус, тажик, һинд, әрмән, ҡытай, фин, поляк, нанай, эскимос халыҡ әкиәттәре тәҡдим ителде. Ә сығыштар «Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар», «Фольклор коллективы менән әкиәт сәхнәләштереү», «Ғаилә менән сәхнәләштереү», «Мультипликация һәм анимация фильмы» номинациялары буйынса баһаланды.

Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында Арыҫлан Ҡырымсурин
Гран-при алды.

Ҡала кимәлендә призлы урын алғандарҙың сағыу сығыштарынан торған гала-концерт һәм тәбрикләү тантанаһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙҙы. Әтәс, Ҡуянҡай, Серле Йом­ғаҡ ярҙамында тамашасылар йәш бәйгеселәр менән таныша алды.
Бына сәхнәгә тәүге әкиәт һөйләүсе сыға. Ул – 303-сө балалар баҡсаһынан Камила Әхмәҙиева. Беренсе булып сығыш яһауына ҡарамаҫтан, үҙен бик иркен тота. Ҡойма эргәһендә генә йөрөп, «Хәйләкәр Әтәс» әкиәтендәге Ҡыҙыл Кикректе нисек килештерә. Ә тауышы бер ҙә был йорт ҡошоноҡонан кәм түгел. Юҡ­ҡа ғына уға ҡала кимәлендә «Әкиәт­те яңғыҙ башҡарыусылар» номинацияһында I урын бирелмәне инде.

Бәләкәй әкиәт һөйләүселәр – Йәмилә һәм Ҡаранай Миңлеғоловтар.

– Апаһы Лианаға эйәреп, ике йәшлек сағынан ғына әкиәттәр ятлап, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында ҡатнаша башланы. Тәүге йылда «Иң кескенә һөйләүсе» номинацияһына лайыҡ булды, унан һуң да район кимәлендә призлы урынһыҙ ҡал­ғаны юҡ. Һәр ваҡыт был бәйгене көтөп ала. Ҡыҙым ҡоштар­ҙың тауышын сығарырға бик ярата. Шуға уның холҡона, мөмкинлегенә ҡарап, әкиәттәрҙе бергәләп һайлайбыҙ, – ти әсәһе Рәзилә Әсләм ҡыҙы.
249-сы башҡорт балалар баҡсаһынан апалы-ҡустылы 4 йәшлек Йәмилә менән 2 йәшлек Ҡаранай Миңлеғоловтарҙың сығышын да тамашасылар бик оҡшатты. Улар «Төлкө менән Бүре» һәм «Хәйләкәр Себеш» әкиәттәрен һөйләп ишеттерҙе. Ҡаранай «Иң йәш әкиәтсе», «Тамыр» телеканалының «Йыл асышы» номинацияларына лайыҡ булһа, Йәмилә «Камил әкиәт теле»ндә билдәләнде.

Камила Әхмәҙиева I урын яулап һөйөндө.

«Ҡуян менән Арыҫлан»ды һөйләүсе 95-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Арыҫлан Ҡырымсурин да залда ултырыу­сыларҙы һоҡландырҙы. Шулай булмай ни, хайуандарҙы һынландырып, оҫта ғына образ­ға инеп китте бит. Тауышы ла көр, артистарҙан һис тә ҡалышмай. Ул балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында «Әкиәтте яңғыҙ баш­ҡарыусы» номинацияһында Гран-при алды.
166-сы балалар баҡсаһынан 4 йәшлек Гөлназ Хызырова «Бүре менән Кәзә» әкиәтенең ишетелмәгән вариантын һамаҡлай-һамаҡлай һөйләп ишеттерҙе. Ул «Әкиәтте оҫта һөйләүсе» номинацияһында бүләкләнде.
– Элек-электән өләсәйем Зөһрә Мәһәҙиева был әкиәтте үҙенсә һөйләй торғайны. Мин уны аудиотаҫмаға яҙҙырып алдым да көн һайын йоҡлар алдынан тыңлатыр өсөн Гөлназдың атай-әсәйҙәренә бирҙем. Шулай итеп, ҡыҙ тиҙ генә ятлап алды. Баҡсала йөрөгәндә лә көн һайын ҡабатланыҡ, – ти уның тәрбиәсеһе Азалиә Дим ҡыҙы Баймырҙина.
35-се белем биреү үҙәгенән Уралиә Толомбаева сығыш яһар алдынан һинд бейеүен башҡарып күрһәтте. Ул һөйләгән «Кемдең ҡулы матур?» әкиәте лә бик ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле генә ине. «Тамыр» телеканалының махсус призына лайыҡ булып һөйөндө ҡыҙ.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының I «Б» синыфы уҡыу­сыһы Мәликә Исхаҡова башҡарыуында «Айыу менән Төлкө» әкиәтен барыһы ла йотлоғоп тыңланы. Ул мәктәп уҡыусылары араһында «Әкиәтте яңғыҙ баш­ҡарыусылар» номинация­һында Гран-при хужаһы булды.

Әкиәтте оҫта һөйләүсе ҡыҙ – Гөлназ Хызырова.

– Ҡыҙыбыҙҙы тыуғандан алып башҡорт рухында тәрбиәләргә тырышабыҙ. Мин, Тәнзилә өләсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе тыңлап, атаһы Рияз Исхаҡов төшөргән киноларҙы ҡарап үҫә. Кескенә сағынан башҡорт көйө, йырҙарына, бейеүҙәренә һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Һәр яҡлап һәләттәрен үҫтерер өсөн вокал, фортепьяно түңәрәгенә лә бир­ҙек, «Самрау» төркөмөндә лә теләп шөғөлләнә, – ти әсәһе Йәмилә Рус­лан ҡыҙы.
«Башаҡ» украин халыҡ әкиәтенә «Кем эшләмәй – шул ашамай» тигән оло мәғәнә һалын­ған. Уны сәхнәләштереүсе 144-се балалар баҡсаһының фольклор коллективы шулай уҡ Гран-приға лайыҡ булып шатланды.
Быйылғы Ғаилә йылы уңайынан «Ғаилә менән сәхнәләштереү» номинацияһы ла булдырылғайны. Унда ҡат­на­шыу­сыларҙың күп булыуы һөйөндөрҙө. Бары­һын да Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов тәбрикләп, махсус приз­дар тапшырҙы. Был номинацияла Үтәевтәр Гран-при алһа, Рәхим­ғоловтарға – I, Миһрановтарға – II, Йосоповтарға III урын бирелде.
Ә «Мультипликацион һәм анимацион фильм» номинацияһында 249-сы балалар баҡсаһынан Ҡаранай Миңлеғолов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһынан Рафаэль Алёшкин, Самира Шәрипова, Айсилә Миңлебаева төшөргән йәнһүрәттәр I урын яуланы. Афариндар!
– Ике сәғәт буйы тамашаны ҡарап, балалар өсөн ғорурланып, ошо үҫеп килгән йәш быуынға шатланып ултырҙым. Бына ул беҙҙең киләсәк! Кескәйҙәребеҙ телгә, илгә булған һөйөүҙәрен әкиәттәр аша еткерә алды. Иң беренсе, кон­курс­ты ойоштороусыларға, ба­ла­лар­ҙы әҙерләгән тәрбиәселәргә, уҡытыусыларға баш ҡала хакимиәте исеменән рәхмәтемде белдерәм, – тине үҙ сығышында Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Биктимер улы Баязитов.
Әйтергә кәрәк, туғыҙ йыл бар­ған был бәйгелә 4 мең 500-ҙән ашыу бала ҡатнашҡан. Йылдан-йыл уларҙың күбәйеүе үҙе ҡыуаныс түгелме?! Тимәк, ауыҙ-тел ижадына ҡыҙыҡһыныу арта бара. Йылдар үтер, ошо бәләкәй әкиәт һөйләүселәр ҙурыраҡ уңыштары менән ҡыуандырып, илебеҙҙең лайыҡлы кешеләре лә булып китерҙәр әле.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code