Кескәйҙәр ҙә йөрөп уҡый

Беренселәр һәм өсөнсөләр дәрестә.

Көҙгө каникул тамамланып, тағы ла уҡыуҙар башланды. Йә, нисек үтте ялығыҙ? Күңелле булдымы? Синыфташтарығыҙ, яратҡан уҡытыусығыҙ һағындырғандыр әле, эйе бит?
Ана, бөгөн Әбеш мәктәбендә лә тәүге дәрестәр үтте. Беҙгә башланғыс синыфтар янында булырға тура килде. Шуныһы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: бында беренселәр – өсөнсөләр менән, ә икенселәр дүртенселәр менән бергә уҡый. Балалар һаны аҙ бул­ғанға инде. Ярай әле күршеләге Бәләкәй Арыҫланғол мәктәбенән дә килеп ҡушыл­ғандар.
– Хәҙер беҙҙең балалар автобус менән йөрөп уҡый, – тип ҡаршыланы Айгөл Сәғәҙи ҡыҙы Ҡырғыҙбаева. Ул үҙе лә хәҙер Әбештә уҡыта икән, икенселәр менән дүртенселәргә белем бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, ауылдарында мәктәп ябыл­ған.
Ни хәл итәһең? Йәштәр эшһеҙлектән ғаиләләре менән төрлө тарафтарға күсеп китә. Күп ауылдарҙа ололар ғына ҡалып бара. Буш торған өйҙәр күп. Иң ҡурҡынысы: балалар булмаһа, мәктәп ябыла. Шундай бәлә килде беҙҙең баш­ҡорт ауылдарына.
Әле Әбеш мәктәбенең башланғыс синыфтарында бөтәһе 25 бала уҡый. Ике ярайһы ҙур ғына ауыл өсөн был аҙ инде.

Айгөл Сәғәҙи ҡыҙы кескәйҙәр өсөн «Тыуған тәбиғәт серҙәре» түңәрәген дә алып бара.

– Минең өсөн ике синыфты бергә уҡытыу бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыу­ҙырмай, – ти Айгөл Сәғә­ҙи ҡыҙы. – Өйрәнгәнмен, Бәләкәй Арыҫланғолда ла шулай булды. Балалар тырыш, әүҙем, үҙ-ара татыу­ҙар. Күпселек «дүртле» һәм «бишле»гә генә өлгәшә. Шулай ҙа иң-иңдәре бар. Мәҫәлән, икенсенән Нурзидә Әбделмәнова, Искәндәр Байгилдин, Ләйлә Илембәтова һәм дүртенсенән Азамат Илембәтов, Ильяс Сурин, Айсыуаҡ Күскилдин, Инсаф Ҡыр­ғыҙбаев, Юлдаш Ибраһимовтар.
Күңелле йәшәйбеҙ, бергәләп төрлө ҡыҙыҡлы саралар ойошторабыҙ. Яңыраҡ «Алтын көҙ», Ололар көнөнә арналған байрамдар үткәрҙек. Йыр уҡытыу­сыһы Гөлнара Наил ҡыҙы Мөхәмәтйәроваға рәхмәт инде, ныҡ ярҙам итте.
Кескәйҙәр төрлө түңәрәктәргә лә йөрөй икән. Спорт буйынса Тимур Торошов менән Айназ Билалов һынатмаһа, Инсаф Ҡыр­ғыҙбаев иншалар конкурсында беренсе урын алған, Искәндәр Байгилдин «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә еңеп сыҡҡан.
Беренселәр менән өсөнсөләрҙең уҡытыусыһы – Гөлдәр Ғәбит ҡыҙы Әбделмәнова. I синыфҡа өс малай һәм ике ҡыҙ уҡырға килгән. Алмас Сурин һүрәтте оҫта төшөрә, Гөлфинә Ҡыҙрасова йырларға әүәҫ, Нәргизә Күскилдина шиғыр һөйләргә ярата, Азамат Әминев хайуандар донъяһы менән ҡыҙыҡһын­һа, ә Илнур Торошовтың белмәгәне юҡ, зирәк малай.
Өсөнсөләр ҙә бишәү генә. Был синыфтан айырыуса Илгизәр Сурин һоҡландырҙы. Шиғырҙарҙы ныҡ матур итеп яттан һөйләй. Әсәһе менән «Рух яҙыуы» бәйгеһендә лә ҡатнашҡандар. Фәнзил Ҡужагилдин математиканан шәп икән, оҫта бейей ҙә.
Илсур Күскилдин, Иҙрис Юнысов һәм Яна Әбделҡадировалар тураһында ла күп маҡтау һүҙҙәре ишеттек.
«Йәншишмә»гә яҙылыр­ға ла һүҙ бирҙеләр был мәктәптә. Эйе, балалар бәләкәйҙән гәзит-журнал да уҡып үҫһен ул! Бергә булайыҡ, дуҫтар!

М. ӘБЕШЕВ.
Хәйбулла районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code