Кемдә иң матур тауыш?

Мәжит Ғафуриҙың «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәлен уҡығас.

«Кемегеҙ моңло һайрай?»
«Кемдә иң матур тауыш?»
Ҡоштар араһында, ти,
Иғлан ителде ярыш.

Ваҡыт етте. Киң аҡланға
Йыйылды, ти, барса ҡош.
Кемдең моңло тауышҡайы
Килер барыһына хуш?

Тәүгеләрҙән Ҡарға сыҡты:
«Ҡар, ҡар!» – тиеп ҡарҡылдап.
Һайыҫҡан да моңһоҙ ғына
Күрһәтте шыҡырыҡлап.

Тумыртҡа ла «туҡ-туҡ» итте,
Бар һөнәре шул булғас.
Барыһы ла хайран ҡалды,
Һандуғас йырын һуҙғас.

Йөрәккә үтеп инерҙәй
Моңло итеп һайраны…
Ә Ҡарға уға көнләшеп,
Эстән тешен ҡайраны.

Һандуғас моңо бәйгелә
Бөтәһен дә арбаны.
Тик ниңәлер ҡурҡып бар(ы)һы,
Еңдерттеләр Ҡарғаны.

Шулай көслөнөкө донъя,
Моңо бер булмаһа ла.
Һандуғастар зыян күрә,
Йыр-моңдан туҡылһа ла…

Илхан АРЫҪЛАНОВ, VII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code