Кем ул ирекмән?

Ирекмәндәр хәрәкәте төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерә.

2018 йыл – Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Бынан тыш, ил етәксеһе Владимир Путин былтыр 5 декабрҙе Ирекмәндәр көнө тип билдәләү тураһында белдерҙе.

Ирекмән. Кем һуң ул? Ни­ңә ил күләмендә шул тиклем иғтибар волонтёрҙар хәрәкәтенә? Шулай тип уйлаусылар ҙа бар беҙҙең арала. Әлеге заманда ауылдарҙа арҡыры ятҡанды буй­ға әйләндереп һалған өсөн дә аҡса һорайҙар. Бесән сабыу, утын ярып биреү, ҡар көрәү кеүек эштәрҙең дә үҙ хаҡы бар. Шулай-шулай! Айырыу­са пенсиялағы кешеләрҙе «һауалар»: ниңә, улар бит ай һайын аҡса ала, ауылда байҙар иҫәбендә, йәнәһе. Шундайыраҡ кешеләр ирекмәндәрҙең бушҡа эшләүенә аптырай ҙа инде, аңлай алмай: «Нисек инде ваҡытыңды әрәм итәһең? Буштың ата­һы үлгән». «Ирек­мән» һү­ҙе үҙ теләге менән ярҙам итеүсе тигән мәғәнәне аңлата бит, йәғни бушҡа эшләүҙе.
Әммә изге йөрәкле кешеләр өсөн бер ниндәй эш хаҡына өмөт итмәй ярҙамлашыу – үҙе бәхет. Эйе, нәҡ матур күңеллеләр генә ирекмән була ала ул. Улар йәмғиәткә, ярҙамға мохтаж кешеләргә файҙалы эш башҡарып, кинәнес ала. Сит илдәрҙә был хәрәкәт киң таралған. Беҙҙең Рәсәйҙә лә ирекмәндәр һаны йылдан-йыл арта. Башҡортостанда иһә 2014 йылда Сочиҙа үткән XXII Ҡышҡы олимпия һәм XI паралимпия уйындарына әҙерлек барышында әүҙемләште улар. 2015 йылда Республика ирекмәндәр һәм йәштәр башланғыстарын хуплау үҙәге булдырыла. Рәйесе – Илшат Бикҡолов.
Ваҡытын нисек үткәрергә белмәгәндәр ирекмән булып китә, тиеүселәр хаталана. Киреһенсә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандар был хәрәкәткә ҡушылып китә. Үҙеңдең тотош көнөңдө ирекмәнлеккә бағышламай­һың бит. Кемдер аҙнаһына бер нисә сәғәт эшләй, икенсе берәүҙәр ниндәйҙер сарала ҡатнаша. Мәҫәлән, «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең бүлексәләре 2016 йылда республиканың 73 урынында барлыҡҡа килгән һәм 20 мең ирекмәнде берләштерә. Еңеү хаттарын, Георгий таҫмаларын кемдәр тарата, тиһегеҙ? Әлбиттә, шул ирекмәндәр.
Улар хатта төҙөкләндереү эштәрендә лә ҡатнаша. Төрлө хәйриә концерттарында, спорт ярыштарында ла күрергә мөмкин үҙҙәрен. Ниндәйҙер сараларҙа, эштәрҙә ҡатнашып, тәжрибә лә туплай­ҙар. Әле бына йәй көнө июнь-июль айҙарында Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатына ирекмәндәр йыялар. Теләүселәр ныҡ күп. Төрлө илдәрҙән, төрлө милләт вәкилдәре. Шуныһын да әйтергә кәрәк: халыҡ-ара сара­лар­ҙа ирекмән булыр өсөн сит телдәрҙе лә яҡшы белергә кәрәк. Бына бит тырыштарға, булдыҡлыларға сит ерҙәрҙе күрергә лә форсат сығып тора. Волонтёрҙар бушҡа эшләһә лә, ҙур сараларға барғанда юл сығымдары ҡаплана, уларҙы ашаталар, таратылған махсус кейемдәр аҙаҡтан үҙҙәренә ҡала. Ҡыҙыҡ, файҙалы, шулай бит?
Ирекмәндәрҙең күбеһе йәштәр булһа ла, балалар һәм өлкән йәштәге кешеләр өсөн дә айырым ойошмалар бар.14 йәштән ирекмән кенәгәһе алырға мөмкин. Унда һинең ниндәй сараларҙа ҡатнашыуыңды теркәп барасаҡтар.
Яңыраҡ Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда Ирекмәндәр йылын рәсми асыуға арналған байрам үтте. Унда республика төбәктәренән төрлө йәштәге ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары ағзалары йыйылғайны. Иң әүҙем ирекмәндәр бүләкләнде, был хәрәкәткә яңы ҡушылыу­сыларға кенәгәләр тапшырылды, матур концерт булды, приздар уйнатылды. Шулай итеп, Ирекмәндәр йылында ойоштороласаҡ изге эштәрҙә, сараларҙа ҡатнашыуға старт алынды.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code