Карина башҡортса өйрәнә

Уҡыусым Карина Колтыпина менән Туған телдәр көнө байрамынан һуң.

Был уҡыу йылы ла уңыштарға бай бул­ды. Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиа­даның район этабын­да XI «В»нан Карина Климина, X «А»нан Анас­тасия Кочкина, VII «А»нан Карина Колтыпина – еңеүсе, ә Ульяна Ледомская, Лада Гог­лачёва, Никита Сидоров, VII «В»нан Әлиә Ғайсина призёр булды. Ҡала кимәлендә лә ошо уҡ уҡыусылар үҙҙәренең башҡорт теленән белемдәрен иҫбат итте. Улар еңеүсе һәм призёр исемлегенән төшөп ҡалманы. Афарин!

Баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында үткәрелгән Туған телдәр көнө байрамында баш­ҡорт һәм татар телдәре буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа, «Ил­һам» нәфис һүҙ оҫталары һәм Республика көнөнә арналған ижади эштәр конкурсында еңеү яулаған уҡыусылар ҡатнашты. Рәшит Шәкүр, Зәки Әлибаев, Гөл­нур Яҡупова кеүек билдәле әҙиптәр ҙә саҡырылғайны. Гимназия уҡыусылары тарафынан бай йөкмәткеле концерт та күрһәтелде.
Байрамға беҙҙең гимназиянан уҡыу алдын­ғыһы, синыф һәм мәктәптән тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы Карина Колтыпина ла барҙы.
– Башҡорт теле дәресе миңә оҡшай. Телевизорҙан башҡортса тапшырыуҙар ҡа­рарға тырышам. Бигерәк тә «Башҡорт те­лен өйрәнәм» тапшырыуын яратам, – ти Карина.
Бик хуп! Уны киләсәктә лә баш­ҡорт теленә, халҡына, уның тарихы һәм мәҙәниәтенә бул­ған ҡыҙыҡһыныуы ташламаһын.

Рүзинә БАРЛЫБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code