Каникул имен үтһен!

Ҡояш йылы нурҙарын йәлләмәй һибә. Көндәр йылы, шундай рәхәт. Тыштан инмәй, оҙон-оҙаҡ саф һауала йөрөһәң дә була. Уҡыуҙар тамамланғас, хәҙер уҡыусыларға өйгә эш тип баш ватаһы ла түгел бит. Өс ай буйына күңелле ял итеү менән бергә, атай-әсәй­ҙәргә йорт эштәрендә ярҙамлашырға, һәр көндө фай­ҙалы һәм матур уҙғарырға мөм­кин.

Республикабыҙҙа балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға йыл һайын етди иғтибар бүленә. Быйыл ошо маҡсаттан 1 миллиард 700 миллион һум самаһы аҡса тотоноласаҡ. Әлеге мәлдә 1 мең 318 лагерь ял итеүселәрҙе ҡабул итергә әҙер инде. Финанс яғынан ҡытлыҡ кисергән өсәүһе ябылды. Улар Саҡмағош, Белорет һәм Мәләүез райондарында урынлашҡан.
Ә дөйөм алғанда, төрлө урындарҙа барлығы 240 мең бала ял итеүе күҙаллана, шуларҙың 90 меңе – ауыр тормош хәленә эләккән үҫмерҙәр. Каникул мәлендә ҡараусыһыҙ ҡалдырылған уҡыу­сылар хоҡуҡ боҙмаһын өсөн аңлатыу эштәре алып барыу мөһим мәсьәләләр­ҙең береһе булып тора, тип белдерелде йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек буйынса үткән кәңәшмәлә. Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең ни эшләргә белмәй, бушты-бушҡа уҙғарып йөрөүҙәренә ҡарағанда, уларҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырып, мәшғүллеген булдырыу яҡшы сара, тип тә билдәләнде. Быйылғы йәйҙә Волга буйы буйынса 14-тән 18 йәшкә тиклемге 100 меңдән ашыу уҡыусыны эшкә йәлеп итеү көтөлә, ә Башҡортостан буйынса – 17 мең тирәһе.
Уҡыусы балаларҙың йәйге ялы бәлә-ҡазаһыҙ, имен-аман үтһен өсөн был мәсьәлә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты тарафынан да күҙәтеүгә алын­ған.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code