Кәйеф ҡырылырлыҡ булмаһын

Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте иҫ китмәле матур һәм бай. Хәтфә болондары, ғорур ҡаялары, мәғрур тауҙары, йылғалары-күлдәре генә ни тора? Йәй көндәре беҙ ғаиләбеҙ менән ҡырҙа, саф һауала ял итергә яратабыҙ. Уҙған йәй каникул ваҡытында Торатау башына ла мендек. Унан бөтә тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек кенә күренә.
Ләкин тәбиғәт ҡосағына сыҡһаң, кәйефте ҡырған нәмәләр ҙә осрап ҡуя. Йылға, күл буйҙарында ял итеүселәр үҙҙәренең артынан күп итеп сүп-сар ҡалдырып китә. Саф һауабыҙҙы, һыуыбыҙҙы кешеләр үҙҙәре бысрата. Балыҡтар, йәнлектәр тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Беҙ, мәҫәлән, сүп-сар ҡалдырмайбыҙ. Яндырырҙайын яндырып, ҡалғандарын пакетҡа тултырып алып китәбеҙ.

Ильяс ҠОЛБАХТИН, IV «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code