Йөрәгем оса ҡоштарҙай

Күңелемдә, гүйә, ҡояш балҡый,
Ә йөрәгем оса ҡоштарҙай.
Атлығамын, йәнем, ҡаршыңа,
Сабыштарға сыҡҡан аттарҙай.

Һиңә барам, ҡаршы алһаң ине,
Эй, ҡыуанам сабый балалай.
Өмөт итәм, һине һаман көтәм,
Тоҡаныр, тип ҡабат аралар.

Килеүемде елдәр еткергәндер,
Минең ҡайнар һөйөү сәләмем.
Һиңә елә мөхәббәтең, тиеп,
Шатланһасы икән ғаләмем.

Үткәндәр ҡабатланмай

Йәйҙәр үтә. Тағы көҙҙәр етә.
Ҡабатлана йылдар, миҙгелдәр.
Тик үткәндәр генә ҡабатланмай,
Һыҙлап әрнеһә лә күңелдәр.

АЛТЫНАЙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code