Йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәбеҙ

Атайым Радик Нәзиф улы Томск ҡалаһында эске эштәр ғәскәрендә хеҙмәт иткән, һуғыш ҡоралдары етештерә тор­ған заводты һаҡлағандар. Ул водитель булған, һалдаттарҙы йөрөткән. Әрмелә саҡта спорт менән шөғөлләнгән, һуғыш һөнәрҙәренә өйрәнгән: төндә лә, көндөҙ ҙә автоматтан сәпкә атҡандар. Яҡшы хеҙмәт иткәне өсөн I һәм II дәрәжә билдәләр менән бүләкләнгән. Олатайым менән өләсәйем Рәхмәт хаты алып ҡыуанған.

Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, атайым индустриаль-педагогия техникумын тамамлап, хеҙмәт юлын берекмә оҫтаһы булып башлай. Унан заводта мастер, колхозда шофёр булып эшләй.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, атайым үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән. Әсәйем Әлфирә менән донъяны ла бик тырышып көтәләр. Мин атайы­ма иҫәнлек-һаулыҡ, ныҡлы сәләмәтлек телә­йем. Ағайым Эдуард менән уларҙың йөҙө­нә ҡыҙыллыҡ килтермәбеҙ, тырышып уҡырбыҙ!

Аида НӘҮШИЕВА, VII синыф уҡыусыһы.
Илеш районы, Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code