«Йәшел планета» баш ҡалала уҙасаҡ

Башҡортостанда «Йәшел планета» халыҡ-ара экология фестивале 2 июндә Өфөлә үтәсәк. Уның барышында эшлекле һәм күңел асыу программалары ҡаралған. Тирә-яҡты һаҡлау өлкәһендә яңы алымдар һәм ҡаҙаныштар күрһәтеләсәк. Башҡорт­остан тәбиғәтенә бәйле фотокүргәҙмә лә әҙерләнә, шулай уҡ экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлекте ауыҙ итергә була. Республикала халыҡ-ара экология фестивален ойоштороу тәҡдиме менән «Йәшелдәр» партияһының төбәк бүлексәһе вәкилдәре сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов был башланғысты хупланы һәм сараны уҙғарыуға булышлыҡ итергә вәғәҙәләне.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code