«Йәшәйек йылмайып-көлөп кенә!»

Көлкө оҫтаһы Юнир САЛАУАТОВ ошо көндәрҙә үҙенең 70 йәшен билдәләне. Матур юбилейы уңайынан уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Юнир ағай, бәләкәй сағы­ғыҙҙа, мәктәптә уҡығанда һеҙ ниндәйерәк була торғайнығыҙ?
– Беҙҙең бала саҡ һуғыштан һуңғы осорға тура килде. Тиңдәштәрем Рафаэль менән Хәй­ҙәр, мин, атайҙарыбыҙ булмау сәбәпле, ауыр эшкә иртә егелдек. Алты-ете йәштән үк хужалыҡ эштәрендә ҡатнашып, мал-тыуар ҡараныҡ, утын-бесән әҙерләнек. Өләсәйем менән мунса ҙурлыҡ ҡына өйҙә йәшәнем. Ҡаршылағы тауҙан утын һөйрәп ташыным. Балта үткер, сана төҙөк булғанда был эштең бер ауырлығын да тойманым. Киреһенсә, ниндәйҙер файҙа килтерә алыуыма шатланып, егет булдым бит, тип ҡыуана инем. Өйөбөҙ бәләкәй булғас, тиҙ йылынды, бер сана утын бер тәүлеккә етеп тор­ҙо. Сабыйлыҡ менән тормош ауырлыҡтарын тойманыҡ, ә бит тиңдәштәребеҙ араһында өҫтөнә, аяғына кейемдәре етмәүҙән күптәр дүртенсе синыфтан һуң артабан уҡый ҙа алманы.
Яуымбай ауылында йәшәгән Мөхәмәт исемле иптәшем дә етем ҡалып, өләсәһендә йәшәне. Ҡайһы саҡта уның менән фермалағы силосҡа һалынған көнбағыштың йомшағыраҡ ҡалдыҡтарын ашай инек. Мо­ғайын, организмға ниндәйҙер витамин етмәгән булғандыр инде. Яҙмыштарыбыҙҙың башы ауыр булһа ла, һынманыҡ, бирешмәнек.
– Юморға ҡасан һәм нисек килдегеҙ?
– Бала саҡта көлкөлө ваҡиғаларҙы тыңларға, уҡырға ярат­һаң да, юморға нисек килеүеңде белмәй ҙә, аңламай ҙа ҡалаһың. Ниндәйҙер ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлын үҙеңсә эҙләгәндә, тапҡанда килеп сыҡҡан мәл кем­гәлер көлкө булып күренә. Бесәйгә – көлкө, сысҡанға үлем кеүек була инде.
Беҙҙең ауылыбыҙ Байназар Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашып, тирә-яғын бейек тауҙар уратып алған. Мал-тыуарға бесән әҙерләгәс, уны һарайға килтерергә кәрәк. Етем малайҙар­ҙың ҡайҙан арбаһы, аты булһын инде. Бер ваҡыт ауылға телефон, радио һуҙыусыларҙан тегендә-бында ярайһы ғына оҙонлоҡтағы сымдар тороп ҡалды. Ғүмәр исемле иптәшебеҙ тау башынан алып һарайына тиклем шуны тарттырып һуҙған. Уйы – бауға төрөлгән икешәр-өсәр һәнәк бесәнен ана шул сым буйлап тауҙан осороу. Ситтән ҡарағанда осоп төшкән бесән ниндәйҙер ҡарасҡы һымаҡ күренә ине. Ауыл советы, колхоз идараһы йорто тәҙрәһенән горизонтта осоп йөрөгән ҡарас­ҡыны күреп, ниндәйҙер бәлә килде, тау башы емерелә башланы, тип комсорг, парторг, участка милиционеры «бәлә-ҡазаны» асыҡларға йүгерә. Әбей­ҙәр: «Аждаһа күренде!» – тип Ҡөрьән сүрәләрен уҡырға тотона. Аҙаҡтан, эштең ниҙә икәнлеген белгәс, рәхәтләнеп көлдөләр.
Ғүмәрҙе маҡтанылар ғына. Уның был бик рациональ методын оло кешеләр әлеге көндә лә онотмай, файҙалана. Ҡырыу­ҙы тауының түшендә генә йәшәгән элекке мәктәп директоры Роберт ағай нәҡ Ғүмәрсә һарай башын бесән менән тултыра. Хаҡлы ялдағылар өсөн дә бик ҡулай, артыҡ сығым да китмәй.
Беҙҙең яҡта халыҡтың төп шөғөлө – ул мал-тыуар үрсетеү, бесән әҙерләү. Йәшелсә үҫтереүгә артыҡ иғтибар бирмәнеләр. Биология уҡытыусыһы, йәшелсәлә витаминдар күп була, тигәс, бер әсәй кеше, сөгөлдөр­ҙө уңлы-һуңлы әйләндереп ҡараған да, бында ни бер ниндәй ҙә витамин тигән нәмә кү­ренмәй, тип белдергән. Бына шулай бөтә юмор тормоштан алына.
– Юнир ағай, мәктәптә нисек уҡынығыҙ?
– Синыфтағы ун алты уҡыу­сынан дүртәүһе – бик яҡшы, тағын дүртәүһе – уртаса, ҡал­ғандарыбыҙ эләгер-эләкмәҫ уҡыныҡ. Мин дә шул һуңғылары рәтендә булдым. Үҙ аллы бирелгән мәсьәләләрҙе беҙ, «эләгер-эләкмәҫтәр», уртасаларҙан күсерҙек. Бер нисәүебеҙ һигеҙенсе синыфтан һуң мәктәптән ҡасып эшкә китте, мине колхозсы итеп әҙерләнеләр. Каникулдан һуң октябрь айына тиклем фермала эшләнем.
Урыҫ телендә әҙәби китаптар уҡыным, әммә матур итеп һөйләшә белмәнем. Армияға барып, бер аҙна гел урыҫса ғына аралашҡас, телем шымарҙы ла китте. Тиҙ өйрәндем. Литванан, Эстониянан, Латвиянан, Белоруссиянан килгән һалдаттар араһында бөтөнләй урыҫ телен белмәгәндәр бар ине. Уларға яҙырға, һөйләргә ярҙам иткән саҡтарым булды. Хатта Ульяновск ҡалаһынан килгән бер урыҫ егете яратҡан ҡыҙына хат яҙа белмәй аптыранып ултыр­ғанда уға ла мөхәббәт хаты яҙыштым әле.
– Ул хаттың йөкмәткеһен хәтерләйһегеҙме?
– Әлбиттә. Дәфтәр битенә ҙур хәрефтәр менән бары тик «Алина, я тебя люблю!» тип яҙҙырҙым. Ә ҡыҙҙан помада буялған ирендәре менән үпкән хат килде. Хәбәрҙәр ҡыҫҡа, әммә ҙур мәғәнәгә эйә инеләр. Минең был оҫталыҡты белгәс, тағы бер һалдат ярҙам һораны. Китапханаға барып, бары тик мөхәббәт хаҡындағы бер-ике шиғырҙы яҙырға күрһәтеп бир­ҙем тегеңә. Оҙаҡламай ҡыҙ егетенең «ижад»ына һоҡланып, үҙе лә яуап хаттарын шиғри юлдар менән еткерә башланы. Хаттар ябай түгел, ә матур йөкмәткеле художестволы әҫәр һымаҡ ине.
– Нисек артист булып киттегеҙ?
– Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә таланттар эҙләп беҙҙең Бөрйән яғына Луиза исемле бер апай килеп сыҡҡайны. Ул мине үҙе менән эйәртеп ошо уҡыу йортона алып килде. Беренсе курсты тамамлағас, армияға киттем. Унан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланым. Башҡорт академия драма театрында бер аҙ эшләп алдым да артабан Башҡорт дәүләт филармонияһына күстем. Юмор, сатира жанрында танылып, үҙемсә дан ҡаҙанып, хаҡлы ялға һыпырттым.
– Журналист, яҙыусы булараҡ та билдәлеһегеҙ…
– Үҫмер саҡта артист булыу тураһында башҡа ла инеп сыҡманы. Ә журналист, яҙыусы булырға хыялым бар ине. Тик БДУ-ға имтихандар биреп инергә белемем бик самалы булыуы ҡамасауланы. Әммә һис кенә лә үкенмәйем. Журналист, яҙыу­сы тигән статусым булмаһа ла, хыялым тормошҡа ашты, әҫәрҙәрем гәзит-журналдарҙа баҫылып тора. Филармонияла эшләгән осоромда репертуарымда гел үҙемдең әйберҙәрем булды. Башҡа иптәштәргә лә монологтар, интермедиялар яҙып бирҙем.
– Мәктәп йылдары бер ваҡытта ла онотолмай, һеҙ ҙә синыфташтарығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
– Хәтерләйем дә, һағынам да. Хәйер, артист булыуым ярҙам итте. Шулай күп ерҙәрҙә гастролдәрҙә йөрөп, уларҙың байтағы менән осрашып торҙом. Синыфташым Разия Дәүләтбаева һәр саҡ иҫемә төшә. Уның атаһы Зәки Вәлиди ойошторған Башҡорт армияһының һалдаты булған, бик иртә донъя ҡуйҙы. Балалары етем ҡалып, Разия бик ауырлыҡта үҫте. Кейәүгә сығып, Ғафури районы үҙәгендә йәшәй. Барыбыҙҙан да уҙҙырҙы, ете балаға ғүмер биреп, уларҙы матур итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Билдәле шағирә Таңһылыу Ҡарамышева – синыфташым да, күршем дә. Зөләйха менән Рафаэль Иманғоловтар – ауылыбыҙҙың иң ихтирамлы кешеләре. Матур ғаилә ҡорҙолар. Уларҙы ҙурлап, бар ауылға күренерлек итеп, эргәләге тау битләүенә ҙур таштарҙы теҙеп: «Рафаэль+Зөләйха = мөхәббәт» тип яҙып ҡуйғандар.
– Уҡытыусыларығыҙ тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле.
– Уларҙы оло хөрмәт менән иҫкә алам. Бер ҙә онотмайым изгелектәрен. Мине уҡытҡан уҡытыусыларға бик ауыр бул­ғанын, уларҙың өлгәш процентын төшөргәнемде яҡшы беләм. Шулай ҙа түҙемлектәре етеп, синыфтан синыфҡа күсерҙеләр. Башҡа төрлө лә ярҙам күрһәттеләр, ҡайтҡан саҡтарымда гел ҡунаҡҡа саҡырып торҙолар. Рәхмәт улар­ға.
– Гәзит уҡыусы балаларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Мәктәп, атай-әсәй тәрбиә­һенән башҡа үҙеңде тәрбиәләү тигән нәмә лә бар. Бының өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр­ҙе алыу сығанаҡтары бик күп. Беҙҙең заманда мин әҙәби китаптарҙы ярайһы кимәлдә уҡыным. Районыбыҙ гәзите «Таң»­дың йәш хәбәрсеһе булдым. Шуға ла гәзит-журналдарға гел яҙылып бар­ҙым. Улар мине әхлаҡи яҡтан тәрбиәләне, хәбәрсе оҫталығына өйрәтте. Тәрбиәле, өлгөлө өлкән кешегә эйәреп, күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин. Үҙеңдең эшсәнлегеңде күрһәт­һәң, башҡалар ҙа һиңә ярҙам итергә генә тора. Ялҡау булмаҫҡа, һәр саҡ тырышырға кәрәк.
Балаларға бәхет-шатлыҡтар ғына теләйем. Йәшәйек йылмайып-көлөп кенә.
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт, Юнир ағай. Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА һөйләште.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code