Йәнһүрәттәр бәйгеһе саҡыра

Йәнһүрәт ҡарарға барығыҙ ҙа яратаһығыҙҙыр, шулаймы? Ә үҙегеҙ төшөргәнегеҙ бармы? Теләгегеҙ булһа, «BashMult» асыҡ йәнһүрәттәр конкурсында көсөгөҙҙө һынап ҡарай алаһығыҙ. Бәйге «BashMult – 2017» II республика фестивале сиктәрендә үтә. Уны «Башҡортостан» киностудияһы, «Муха», «Юла» анимация студиялары, Banana Animation studio, Республика балалар белем биреү технопаркы, «Юлдаш» балалар ижады үҙәге ойоштора.
Бәйгелә 6 йәштән 25-кәсә балалар һәм йәштәр ҡатнаша ала. Географик һәм тел сикләүҙәре юҡ. Йәнһүрәттәр ошо номинациялар буйынса ҡабул ителә: «Минең кесе ватаным» (ватан тураһында), «Әкиәттәр әкиәте» (донъя халыҡтарының әкиәттәре мотивы, шулай уҡ үҙең яҙған әҫәр буйынса төшөрөлә), «Тәбиғәт – ул тормош!» (тәбиғәткә арнала).
Ғаризалар һәм йәнһүрәттәр 1 октябргә тиклем ҡабул ителә. Бүләкләү тантанаһы 18 ноябрҙә уҙасаҡ. Унда һәр ҡатнашыусы диплом, төрлө номинацияларҙа еңеүселәр BashMult һыны менән бүләкләнәсәк. Фестиваль барышында осрашыуҙар, матбуғат конференциялары, автограф-сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре, аквагрим, пантомима, күңел асыу-уйын программалары көтөлә.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code