Йәйге ялда рәхәтләндек кенә

Йәй – ул минең өсөн ял, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр, төрлө мажаралар, уйындар, ҡунаҡҡа йөрөүҙәр, осрашыуҙар ваҡыты. Үҙем йыл да Ирәндек менән Ҡырҡты тауҙарын айырып ятҡан йәмле Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан «Ирәндек» балалар лагерында ял итәм. Унда рәхәт, күңелле!
Лагерҙан ҡайтҡас, өйҙә ярҙам итешәм. Баҡсала ҡый үләндәрен утау, картуф күмеү, түтәлдәргә һыу һибеү һәм башҡа шуның кеүек эштәрҙе баш­ҡарам. Аҙағыраҡ Лиза һеңлем менән емеш-еләк тирәбеҙ, йәшелсә йыябыҙ. Олатайым беҙҙе йыш ҡына Тоҙлокүлгә, Һаҡмарға, Ҡыҙыл йылғаларына һыу инергә алып йөрөй. Унда инде машина тәгәрмәсенең камераһынан эшләнгән йөҙгөстә рәхәтләнеп йөҙәбеҙ, сумышып уйнайбыҙ, матур-матур таштар, ҡабырсаҡтар йыябыҙ. Кис мал ҡарайбыҙ. Сират буйынса һарыҡ көтөшәм. Кәзәбеҙҙе лә үҙем һауам. Уның һөтөнән тәмле лә, шифалы ла ҡымыҙ яһайбыҙ.

Олатайым мине машинаһында 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Асҡар ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбенә йөрөтә. Унда ҡылҡумыҙ, фортепьяно, вокал синыфтарында шөғөлләнәм. Сольфеджионы өйрәнәм. Уҡыуымдағы кеүек, бында ла уңыштарым ярайһы ғына. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, I, II урындар, Гран-при ҙа яулайым. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, Баш­ҡортостан, районыбыҙ буйын­са грамоталарым, дипломдарым, Рәх­мәт хаттарым бик күп. Әле күптән түгел генә «Яҡтыкүл» лагерында уҙған «Һин йәшәгән яҡ» Бөтә Рәсәй кон­курсында башҡорт халыҡ көйө «Сыңрау торна»ны башҡарып, икенсе дәрәжәле дипломант булдым. Ғөмү­мән, халыҡ көйҙәрен яратам. Улар моңло, күңелдәрҙе елкендерә. Тағы кроста – I урын, «Портфолио»лар конкурсында Гран-при алдым. Был уңыштарымда уҡытыусыларым Миңлегөл Бәхтинур ҡыҙы Солтанбаева менән Ринат Булат улы Ҡорманаевтың өлөштәре ҙур.
Күп кенә үлән-сәскәләрҙе лә танып беләм. Мәҫәлән, төрлө умырзаялар, кәкүк ҡатаһы, ҡыңғырау, меңъяпраҡ, аҡсәскә, бәпембә, көтөүсе муҡсаһы, бәпкә үләне, һары мәтрүшкә, болан уты, дегәнәк, аҫҡорһаҡ һәм башҡалар. Ашарға һәм сәй итеп эсергә яраҡлылары – балтырған, ҡымыҙлыҡ, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, әтлек, һарына, әсе һәм сөсө йыуа, оҫҡон, болан уты, еҫле мәтрүш. Урманда йөрөүе бигерәк күңелле. Һеңлем менән матур үләндәр, сәскә йыйып, таж үрәбеҙ, гербарий яһайбыҙ. Хистәремде тыя алмай, йырлап та ебәрәм. Олатайым беҙҙе тағы ла Уралтау төпкөлөндәге Кәзә ташына, Ирәндектәге Олоташҡа, Һаңғала тауына алып барҙы. Ер-һыу атамаларын, төрлө үҫемлектәрҙең исемдәрен өйрәтте. Хәтәр бейек, текә ҡаяларҙы, ҙур-ҙур таштарҙы күреп, хайран ҡалдыҡ. Ауылыбыҙҙан алыҫ түгел Әүлиә ҡотоғона ла барып сығабыҙ, әүлиә хәҙрәт Бағырусман олатай ҡәберендә аят-доға уҡып, рөхсәт алғандан һуң шифалы һыу алып ҡайтабыҙ. Ул шишмә ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла туңмай, селтерәп ята.
Бына шулай көтөп алған йәйге ялым бик күңелле һәм файҙалы үтте. Быйыл IV синыфҡа уҡырға барҙым. Көндәлегемдә – тик «бишле» билдәләре генә. Киләсәктә лә шулай булыр, тип ышанам һәм тырышам. Яратҡан гәзитем «Йәншишмә»гә яҙылдым. Хәҙер инде уны уҡып, рәхәтләнәм генә.

Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА.
Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code