Йәйгеһен хәүеф арта

Әле кисә генә мәктәптәр гөрләп тора ине, ә хәҙер шау-шыу, балалар көлөүе баҫылып, белем биргән йорт тынып ҡал­ған. Ҡысҡырыбыраҡ һөйләшһәң, тауыштар яңғырап китә хатта. Балалар өсөн мәктәптә ойошторолған лагерҙар ҙа ябылды.

Статистикаға ярашлы, йәй мәлендә балалар бигерәк күп енәйәт ҡыла: урлашыу­ҙар; психоактив матдәләр ҡулланыу һәм һатыу; мотоцикл һәм машиналар ҡыуып алып китеү; кеше туҡмап, тән йәрәхәттәре алдырыу; хатта ҡайһы берәүҙәр көсләү, үлтереүҙәргә тиклем барып етә. Был енәйәттәрҙең күбеһен үҫмерҙәр иҫерек килеш ҡыла. Шулай уҡ балаларға ҡарата ла енәйәттәр арта, улар юл-транспорт ваҡиғаларына эләгә, һыу буйында ҡазаға осрай, утта, ҡайнар һыуҙа тәнен яндыра. Артабан да ҡот осҡос хәлдәрҙе һанап, һеҙҙе ҡурҡытҡым килмәй, дуҫтарым.
Йыл буйына беҙ, инспекторҙар, уҡытыу­сылар, атай-әсәйҙәр менән берлектә йәмәғәт урындарында үҙеңде тотоу, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, һаулығығыҙға һәм ғүмерегеҙгә янаған көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡҡанда ни эшләргә, кемдәргә шылтыратырға кәрәклеген аңлатып, беренсе ярҙам күрһәтеүгә өйрәтеп киләбеҙ, шулаймы?
Яратҡан гәзитем аша тағы ла, ҡәҙерле балалар, иҫкәрткем килә:
бәләгә тарый ҡалһағыҙ, һис паникаға бирелмәгеҙ;
әгәр тышта булһағыҙ, эргә-тирәләге кешеләргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә оялмағыҙ;
өйҙә икәнһегеҙ, телефон аша ашы­ғыс ярҙам һәм махсус ҡотҡарыу хеҙмәте күр­һәткән ойошмаларға шылтыратыу кәрәк.
Бына ошо кәңәштәрҙе онотмағыҙ. Иң мөһиме: ҡаушап ҡалмау бик күп бәләләр­ҙән ҡотҡарғанын бер ҡасан да иҫтән сығармағыҙ. Һалҡын аҡыл менән эш иткәндә кәрәкле телефондар ҙа онотолмай, ҡотҡарыу буйынса тейешле саралар ҙа ваҡытында күрелә. Әлбиттә, хис-тойғоларға хужа булыуы еңелдән түгел, әммә мөмкин – үҙегеҙгә ышанығыҙ, йәме. Ниндәй генә бәлә-ҡазаға тарыһағыҙ ҙа, ололар гел генә һеҙҙең һаулығығыҙ һәм ғүмерегеҙ һағында торғанын бер ҡасан да иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Һүҙемдең аҙағында һорауыма яуап бирегеҙсе: ҡотҡарыусыларҙың телефон һандары нисек? Йә, кем әйтер?

Әлмира ИСХАҠОВА, психолог,
Өфө ҡалаһының йәмәғәт именлеге белгесе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code