Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ!

Донъя көткәндә һәр минуттың ҡәҙерен белеп, яҡын-тирәләге кешеләргә, тәбиғәткә йышыраҡ күҙ һалып, мохтаждарға ярҙам итеү – һәр кемдең бурысы. Быйылғы Ирекмәндәр йылында был айырыуса мөһим. Улар үҙҙәренең сафына бик күп йәштәрҙе йәлеп итә. Ысын күңелдән башҡарылған эш йөрәккә барып етә.

Баш ҡалалағы Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһының китапханаһында үткән сара Рәсәйҙә иғлан ителгән ошо Ирекмәндәр йылына арналды. VI «А», VI «Б», VII «А» синыфтары уҡыусылары йыл эмблемаһы, кем ул ирекмән, улар ниндәй эш баш­ҡара кеүек һорауҙарға яуап алды. «Ирекмән булыу өсөн ниндәй булыр­ға?», «Мин – ирекмән» уйындарында ҡатнашып, үҙҙәренең уй-фекерҙәрен дә белдерҙеләр.
Бәләкәй генә башҡарылған изге эш һәр ваҡыт оло эшкә килтерә. Бына ошо ҡағиҙәне иҫкә төшөрөп, уҡыусылар «Китапханаға китап бүләк ит!» акцияһын ойоштороп, унда әүҙем ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Венера БИЛАЛОВА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code