Ирек Ноғоманов. Ғүмерҙәр үтә икән ул

Тыңларға:

Audio clip: Adobe Flash Player (version 9 or above) is required to play this audio clip. Download the latest version here. You also need to have JavaScript enabled in your browser.

Ғүмерҙәр үтә икән ул,
Үтә лә китә икән.
Йәшлектәге kайнар хистәр
Бик аҙға етә икән.
Ғүмерҙәр үтә икән ул,
Яна ла бөтә икән.
Күңелдәр генә һаман да
Нимәлер көтә икән.
Ғүмерҙәр үтә икән ул,
Бәғерҙе өтә икән.
Һөйөүеңде кем көтөр һуң?
Түҙеме етерме икән?.
Ғүмерҙәр үтә икән ул,
Яна ла бөтә икән.
Күңелдәр генә һаман да
Нимәлер көтә икән.
Ғүмерҙәр үтә икән ул,
Ялҡыны бөтә икән.
Ашыға-ашыға беҙҙе
Ҡайҙарға илтә икән.
Ғүмерҙәр үтә икән ул,
Яна ла бөтә икән.
Күңелдәр генә һаман да
Нимәлер көтә икән.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code