Интернетта сүп-сар ҙа күп

«Башинформ»да интернетта балаларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә арналған матбуғат кәңәшмәһе үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы буйынса Бала хоҡуҡтары вәкиле Милана Скоробогатова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм «Касперский лабораторияһы»ның балалар интернет хәүефһеҙлеге буйынса эксперты Константин Игнатьев ҡатнашты.

«Касперский лабораторияһы» мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда балиғ булмағандарҙың 78 проценты интернет селтәрендә ултыра, әүҙем аралаша. Рәсәй буйынса был күрһәткес – 69 процент. Тимәк, беҙҙең республика – илдә иң әүҙемдәрҙең береһе. Әммә был һәйбәт тигәнде аңлатмай. Нәҡ интернет селтәрендә балаларҙы бик күп хәүеф һағалай бит. Күпселек – «Бәйләнештә» сайтында. «Касперский лабораторияһы» журналистар менән берлектә 1 мең баланы тикшергән. Уртаса алағанда, 14 – 15 йәшлек үҫмерҙәрҙең 47 виртуаль дуҫы булһа, шуларҙың 25-ен генә шәхсән беләләр икән. Кемдәр һуң ул таныш түгел кешеләр? Үҫмер булып яҙышһалар ҙа, яуыз уйлы енәйәтсе булыу­ҙары ихтимал. Уҡыусыларҙың ҡайһы мәктәптә уҡыуҙарын, ғәҙәттә, ҡайҙар­ҙа ваҡыт үткәреүҙәрен, хатта йәшәгән адрестарын да яҙып ҡуйыуы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Енәйәтсегә ҡорбанын тормошта табыуы еңелләшә. Һораулама ваҡытында интер­нетта ултырған балаларҙың 55 процентының ошо мәғлүмәттәрҙе биреүе билдәле бул­ған. Улай ғына ла түгел, фотоларҙа ҡиммәтле бүләктәрен, машиналарын, бай итеп йы­һазландырылған фатирҙарын күрһәтеүселәр бар. Былар бөтәһе лә енәйәтселәр өсөн ҡулай инде.
Йыш ҡына балалар ки­бербуллингтан зыян күрә. махсус рәүештә SMS-тар менән кәмһетеүҙе, уҫал итеп шаярыуҙы аңлата был. Әлбиттә, былар кескәй йөрәкте яралай. Ә уҡыусылар­ҙың яртыһынан күбеһе үҙҙәрен борсоған нәмәләр тураһында атай-әсәй­ҙәренә әйтергә ҡур­ҡа йәки ояла. Ҡайһы бер өлкәндәр иһә, үкенескә ҡаршы, ҡыҙҙарының, улдарының телефон тотоп ултырыуының ни насарлығы бар, тип уйлай. Интернетта нимә генә юҡ?! Үҙең дә аңғармаҫтан бөтөнләй оят­һыҙ, суицид, спайстарҙы пропагандалаусы сайттарға барып инеүең бар. Әле «Лис» тигән персонаж уйлап тап­ҡандар. Ул берәй тарихыңды селтәргә ҡуйһаң, стикер бүләк итә, имеш. Их, был виртуаль донъя тормошобоҙға шул тиклем үтеп индеме икән ни? Шунда уйнап, әллә нимәләр отҡан булып, күпме өлкән кешеләр ҙә маҡтана, үҙ-үҙҙәрен алдай. Ә баяғы Листың стикер бүләк итеүе – уйындың күренеп торған өлөшө генә. Ысынында теге «Күк кит» кеүек үк хәүефле ул. Маҡсаттары – балаларға бәйләнеп, төрлө эштәр ҡушып, һәләкәткә алып барып еткереү. Кемгәлер иң тәүҙә күҙлек кейеп фотоға төшөп һалырға ҡушалар икән, шунан бейек өй башына менеп селфи йәки видео эшләргә…
Атай-әсәйҙәр иғтибарлы булһын ине. Хәҙерге заманда балаларыбыҙҙың телефонға текәлеп ултырыуы бик хәүефле. Кәйефе үҙгәреп киттеме, интернетҡа инеү өсөн төн уртаһында йә таң менән уяна башланымы, диуарында мыҫ­ҡыллауҙы сағылдырған һүрәттәр барлыҡҡа килдеме, виртуаль дуҫтары ҡапыл күбәйҙеме, социаль селтәрҙә битен юйҙырҙымы – бөтәһе лә насар билдә. Ҡыҙҙар, малайҙар, атай-әсәйҙәрегеҙҙән йәшерен серҙәрегеҙ булмаһын ине. Һәр кем үҙ балаһына изгелек кенә теләй. Әҙерәк шелтәләп алһалар ҙа, тик яҡшылыҡ өсөн генә. Һеҙ­ҙең насар билдә алыуығыҙ ҙа, саҡ ҡына берәй эштә хаталанып китеүегеҙ ҙә улар­ҙың һөйөүен кәметмәй. Социаль селтәрҙәр аша берәй­һе һеҙгә артыҡ ҡыҙыҡһыныуын белдерһә, был турала мотлаҡ өлкәндәргә әйтегеҙ. Синыфташ, дуҫтар ғына бында ярҙам итә алмай, улар ҙа һеҙҙең кеүек үк тәжрибәһеҙ бит. Артабан полицияға, ышаныс телефонына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Хәҙер интернетһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп булмай шул. Ыңғай яҡтары менән бер рәттән уның кире йоғонтоһо ла ҙур икәнен аңлап, һаҡланырға кәрәк. Был йәһәттән Милана Скоробогатова менән килешмәй булмай. Насар контентты йоғошло ауырыу менән са­ғыштырҙы ул. Ә кемгә сир йо­ға? Көсһөҙ, иммунитеты ҡаҡшаған, һаҡланмаған кешегә. Ашарға ултырыр алдынан мотлаҡ ҡулдарҙы йыуабыҙ бит. Тәрбиәле, ата-әсәһенең иғтибарын, һөйөүен тойоп йәшәгән, ваҡытын матур шөғөлдәр менән генә үткәргән бала интернет аша теләһә кем менән аралашыуҙан йәм тапмаҫ.
Тағы шуныһын да әйтеп үтәйек: интернетта балалар­ҙы насар мәғлүмәттән һаҡлау өсөн Kaspersky Safe Kids тигән программа һәм «Ата-әсәләр контроле» тигән модуль бар. Улар ярҙамында интернет ҡулланыу ваҡытын cикләргә, баланы өлкәндәргә тәғәйенләнгән контенттан һаҡ­лар­ға, кибербуллинг билдәлә­ре, SMS, шылтыратыуҙар тура­һында һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе белеп торорға мөмкин.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code