Интернет селтәрендә хәүефһеҙлек

Республика Хөкүмәтендә балиғ булмағандар араһында тәртип боҙоу күренештәрен иҫкәртеүгә бәйле кәңәшмә үтте. Мәғарифты үҫтереү институты белгестәре II – XI синыфтар өсөн «Интернет селтәрендә хәүефһеҙлек» тигән программа әҙерләгән. Был курсты яңы уҡыу йылында уҡ ҡуллана башларға тәҡдим ителә. Уның барышында балалар һәм уларҙың ата-әсәләренә бөтә донъя селтәрендә мәғлүмәт менән дөрөҫ эшләргә өйрәтәләр. Бынан тыш, мәктәптәрҙә психологтар һәм социаль педагогтар һанын күбәйтеү ҡарала. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, белем биреү ойошмаларында 564 социаль-психологик хеҙмәт ойошторолған.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code