Икеһе лә – шахматсы

Илнар Мораҙымов шахмат уйнарға 5 йәшендә үк өйрәнә. Нисекме? Компьютер ярҙамында. Хәҙер, ана, нисек оҫтарып алған! Өйҙәгеләрҙең береһенән дә еңелмәй. Ул Береш ауылында йәшәһә лә, Асы мәктәбенә йөрөп уҡый. Әле яңыраҡ унда шахмат ярышы үткән икән. III синыф уҡыусыһы IX синыфта уҡыған ағай-апай­ҙары менән көсөн һынап, еңеү яулаған. Почёт грамотаһы менән бүләкләгәндәр үҙен.

Илнар бәләкәйҙән үткер, шуҡ булып үҫә. Уға өс кенә йәш булғанда ауылдарына концерт менән Фәрүәз Урманшин килә. Артист дәртле генә бер йырҙы башҡарғанда малай сыҙап тора алмай, йүгереп сәхнәгә сыға ла бейей башлай. Шулай йырҙың аҙағынаса икәүләп сығыш яһайҙар.
«Дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшкән малай – ҡустыһы Илмирға ла өлгөлө ағай. Уны ла шахмат серҙәренә өйрәткән. Хәҙер буш ваҡыттарында икәүләп уйнай һалып алалар. Илмир быйыл беренсегә бара. Ул 100-гә тиклем һанай, хәрефтәрҙең барыһын да таный, еңелерәк һүҙҙәрҙе ҡушып уҡый ҙа белә. Һүрәт төшөрөргә оҫта. Почёт грамоталары ла ағаһыныҡынан саҡ ҡына әҙерәк. Еңеү көнөнә арнал­ған һүрәттәр конкурсында призлы урын алған, йәйгеһен ауылдарындағы мосолман лаге­рына ла йөрөй. Быйыл «Үлемһеҙ полк» акция­һында ла ҡатнашҡан.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Белорет районы, Береш ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code