Иң яҡыны – «Йәншишмә»!

Гәзитте ниндәй генә бала уҡымай. Хатта ололар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡарап сыға. Ни өсөн? Сөнки балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сыҡҡан «Йәншишмә» матур ғына түгел, ҡы­ҙыҡлы ла. Уның биттәрендә файҙалы нәмәләр бик күп. «Тәбиғәт мөйөшө», «Ғаилә усағы», тиҫтерҙәремдең ижад емештәре баҫылған «Илһам» рубрикалары мауыҡтыр­ғыс. Ә уҡыусыларҙың һүрәттәре һуң, ысын рәссамдарҙыҡынан кәм түгел!
Миңә лә бик күп баҫмалар оҡшай. Шулай ҙа күңелемә иң яҡыны – «Йәншишмә». Һәр аҙна һайын түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Яҙған мәҡәләләрем дә баҫылып тора.
Республикамда әлдә ошо балалар гәзите сыға, тип ҡыуанып бөтә алмайым.

Гөлфирә НАРЫНБАЕВА.
Баймаҡ районы, Күгиҙел ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code