Иң-иңдәргә – «Артек»ка юллама

Республикабыҙҙың төрлө ҡалаларынан туғыҙынсы синыф уҡыу­сылары «Эколидер» конкурсының федераль этабында еңеүсе булып һөйөндө. Афариндар! Уларға бүләктең дә шәбе эләкте: «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенә юллама!

Үҙҙәре лә ныҡ тырыштылар шул. Йәш экологтар яҙ көнө эко­логик дәрестәр, өмәләр, төрлө акциялар уҙғарҙы. Улар шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһы про­екты сиктәрендә ойошторолған «Бергәләп эшләйбеҙ» конкурсында республика, федераль кимәлдә лә иң-иңдәр тип танылды.
Экологик сменала Межгорье­ның 3-сө мәктәбенән Саша Дронов, Бәләбәйҙәге 15-се мәктәптән Альбина Ширғәзина, баш ҡаланың 93-сө гимназияһынан Гөлшат Ғиләжевалар ял итәсәк. Уларға лагерға юллама һәм иҫтәлекле бүләктәрҙе «Рәсәй экологияһы» проектының төбәк координаторы Рәсүл Ғосманов тапшырҙы.
– Халыҡ-ара үҙәккә юлланғанда республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтергә кәрәк икәнен онотмағыҙ. Танышығыҙ, аралашы­ғыҙ, үҙегеҙ йәшәгән ҡала тураһында һөйләгеҙ, көндәлектәр алып барығыҙ. Беҙҙең Башҡорт­останда экологик хәрәкәт артабан да үҫеренә ышанабыҙ, – тине ул.
Әйткәндәй, был бәйгелә республикабыҙҙың 700 белем биреү учреждениеһы ҡатнашты, барлығы 570-тән ашыу экологик дәрестәр үткәрелде.

Г. ФАКИЛОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code