Иң һылыуы – Әлфинә

Баш ҡалабыҙҙа республика гүзәллек конкурсының финалы үтте. Унда 12 башҡорт сибәркәйе араһынан «Һылыуҡай – 2018» титулын 20 йәш­лек Әлшәй ҡыҙы Әлфинә Кашапова яуланы. Өфө дәүләт авиация-техник университетының III курс студенткаһы «Мисс-Матбуғат» номинацияһына ла лайыҡ булды. Уға төп приз – «Лада Гранта» машинаһы тапшырылды. Ә Ейәнсуранан Наҙгөл Әйүпова – беренсе, Балаҡатайҙан Илзирә Әсмәндийәрова – икенсе, Бишбүләктән Эльвина Ғәзизуллина өсөнсө урын алды.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code