Гөл-сәскәләр илендә

Әсмә апай ейәнсәре Асия, ейәне Богдан менән.

Әсмә апай Бәкерова йәшәгән йорттоң ҡапҡаһын асып ингәс тә баҙлап торған ҡып-ҡыҙыл георгиндар сәләмләй. Ә баҡсаһына үтһәң, унда сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ?! Күҙҙәр ҡамашырлыҡ. Көҙ сәскә ата торған астраларҙың ғына әллә нисә төрө бар. Өйгә ингәс, тағы ла бер аптыраныҡ, бөтә бүлмәләр гөл-сәскәгә күмелгән. Уларҙың күбеһе хужабикәнең үҙ ҡулдары менән булдырылған.

Әсмә апайҙың йәшлек йылдары Себерҙәге Пыть-Ях ҡалаһында үтә. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылы Берешкә, ата-әсәһе нигеҙенә әйләнеп ҡайта. Эшкә йөрөмәгәс, ваҡыт күп, Әсмә апай ҡул эштәренә ныҡлап тотона. Элек ойоҡ-бейәләй, кофталар кеүек әйберҙәр бәйләгән була ул. Бер ваҡыт ниндәйҙер журналда күҙҙең яуын алырлыҡ итеп бәйләнгән сәскәләр өлгөһөн күреп ҡала. Ырғаҡ менән башҡарылған. Матурлыҡҡа ғашиҡ ханым шунда уҡ эшкә ултыра. Үҙ алдына яйлап өйрәнә башлай. Килтереп сығара.
– Хәҙер магазинға барһам, төрлө төҫтәге ептәр янынан тыныс ҡына үтә алмайым. Уларҙың ниндәйе генә юҡ миндә. Буш ваҡытым бәйләм бәйләп уҙа. Ул кешене тыныс­ландыра ла бит. Тағы ла, яҡындарыма нимә бүләк итергә, тип ҡай­ғырырға түгел. Бик оҡшатып ҡабул итәләр, – ти Әсмә апай.
Ана шулай эшкә өйрәнеү бер ҡасан да һуң түгел икән. Быйыл беренсегә барған ейәнсәре Асия ла бәйләгәндә өләсәһенең янынан китмәй. Бер заман ул да өйрәнер әле.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Белорет районы, Береш ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code