Фәхрәй мәмерйәһе

Беҙҙең ауыл йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Бөтә мәктәп менән төрлө ерҙәргә экскурсияға йөрөргә яратабыҙ. Фәхрәй мәмерйәһенә барҙыҡ, күмәкләп халыҡ уйындарын уйнаныҡ, шифалы һыуҙан сәй ҡайнатып эстек, тирә-йүнде йыйыштырҙыҡ. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыу­сыһы Ләлә Фәнүр ҡыҙы Абзалова ундағы шишмәнең риүәйәтен һөйләне: «Фәхрәй шишмәһе сыҡҡан урын элек мәмерйә булған. Эстә иркен зал, таш стеналар, шишмә ағып ятҡан. Фәхрәй исемле кеше үҙенең биләмәһендәге ошо шишмәнең һыуы бик шифалы икәнен белеп алған да халыҡҡа һатып ятҡан. Ысынлап та, төрлө ауырыуҙарҙан фай­ҙаһын күргәс, кешеләр һыуҙы ала торған булған. Тора-бара шишмәне уның исеме менән атағандар. 1985 йылда ошо тирәне һөргәндә трактор шишмәнең ауыҙын күмдереп китә, мәмерйәһенә инеп булмай башлай, һыуы аҙ ғына аға. Ә бөгөн Замир Венер улы Хәйруллин изгелек ҡылып, беҙгә шишмәне кире ҡайтарҙы. Ҡәҙерен беләйек, гел йыйыштырып торайыҡ».

1964 йылда Бишҡурай ауылында тыуған, хәҙерге көндә Өфөнөң Дим мәсете имам-хатибы Замир Венер улы шишмәне реставрациялауҙа иғәнәсе булды. «Шишмәләр – йәшәү сығанағы, шуға ла улар төҙөк булырға тейеш. Ҡоромаһындар, һаҡлайыҡ. Тыу­ған ерҙең шишмәләрен тергеҙеү – изге эш», – тине ул бер осрашыуҙа. Замир Венер улы Фәхрәй мәмерйәһен астырҙы, унда төшөргә баҫҡыс­тар яһатты, торба һуҙҙы, колонка ҡуйҙы. Хәҙер теләгән кеше мәмерйәгә төшә ала, шифалы һыу­ҙы өҫтән ҡоҙоҡтан да алырға мөмкин.
Беҙ, балалар, үҙебеҙ ҙә тәбиғәтте һаҡлау өсөн күп эштәр башҡарабыҙ. Быйылғы уҡыу йылында ла үҙебеҙҙең ҡулдан килгәнде эшләнек: сентябрҙә үк һәр синыфҡа шишмәләр тәғәйенләнек, уларҙы таҙарттыҡ, төҙөкләндереүҙә ҡатнаштыҡ, ауылыбыҙҙың өлкәндәренән, аҡһаҡалдарынан риүәйәттәрен яҙып алдыҡ. «Биш­ҡурай ауылының ер-һыу атамалары» темаһына эҙләнеү эше яҙып, фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнаштыҡ. «Шишмә – йәшәү сығанағы» проектын тормошҡа ашырыу бик мауыҡтыр­ғыс булды. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе фаразлағандан күпкә яҡшыраҡ килеп сыҡты. Шишмәләр таҙартылды, ҡайһы берҙәре ҡойма менән уратылды, беседкалар яһалды, буялды – бөтөнләй яңы төҫ алды. Беҙ шулай уҡ «Таҙа һыу» акцияһында ҡатнаштыҡ, экологик өмәләргә дәррәү сыҡтыҡ, бергәләп халыҡтан шишмәләрҙең риүәйәттәрен һәм ауыҙ-тел ижадын йыйҙыҡ.

Ирина ХӘЗИЕВА.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code