Эшкә өйрәнеп үҫәләр

Йәйге каникул булһа ла, мәктәп гөрләп тора. Әле өлкәндәр хеҙмәт лагерында мәж килә. Унда быйыл VII – VIII синыфты тамамлағандар тир түгә. Лагерь етәксеһе Ләйлә Мөхәмәтдинова һәр көнгә нимәләр эшләргә кәрәклеген планлаштыра, тәрбиәселәр Дания Шәрифуллина, Ләйсән Сафиуллиналар етәкселегендә уҡыусылар бөтәһен тырышып баш­ҡара. Быйыл бигерәк тә егеттәргә яуаплы эш эләкте. Дауыл ваҡытында ауған мәктәп алды ҡоймаларын һүтеп алып, мохтаждарға утын итеп яғырға илттеләр. Яңы ҡойма өсөн бағана соҡорҙары ҡаҙыу ҙа еңелдән булманы. Уҡыусылар профнастилды килтереп тор­ҙо, ярҙамға килгән атай­ҙары иретеп йәбештерҙе. Ҡойма шул тиклем матур килеп сыҡты, егеттәр үҙҙәре лә эштәренән ҡәнәғәт булып, бер килке ҡарап торҙо. Был эште баш­ҡарыуҙа бигерәк тә Хәлил Сәфәрғәлин, Данис Нурғәлиев, Эльдар Ғәйфуллин, Урал Латипов, Азамат Ғатауллин, Илсур һәм Айнур Шәриповтар әүҙемлек күр­һәтте.

Ҡыҙҙарға ла эш етерлек булды. Улар мәктәп баҡсаһына картуф, кәбеҫтә ултыртты, яҙ сәскән һуған, кишер, сөгөлдөрҙө утаны. Вәзирә Шәйхетдинова, Ралина Хәмиҙуллина, Диана Антипова, Лира Тимерғәлина, Алина Нурғәлиева, Рәмилә Мөлөкова, Миләүшә Әхмәҙуллиналар һәр эштә ма­һирлығын күрһәтте: түтәл дә утаны, ишек алдын да һеперҙе, сәскәләргә һыу ҙа һипте, тәҙрәләрҙе лә ялтыратып йыуып ҡуйҙы.
– Мәктәп – икенсе йортобоҙ, йәйгеһен матурлаһаҡ, үҙебеҙгә көн дә килеүе күңелле булыр, – тине тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Дания Шәрифуллина.
– Әле үҙегеҙ тырышып үҫтергән йәшелсәләрҙән эшләнгән салат, аштар ҡышын көс-ҡеүәт өҫтәр, витаминға байытыр, – тип өҫтәне лагерь етәксеһе Ләйлә Мөхәмәтдинова.
Ә мин балаларҙың эш рәте белеп үҫеүҙәренә ҡыуандым. Өйҙә ата-әсәһе үҙе менән эйәртеп, өйрәтеп, бергәләп эшләгән балалар мәктәптә лә һис һынатмай. Ҡулы эш белгән тырыш кеше һәр ерҙә лә кәрәк, улар бер ҡасан да эшһеҙлектән ыҙаланмаясаҡ. «Һөнәре бар – юғалмаҫ!» – тип халыҡ белмәй әйтмәгән. Хеҙмәт лагеры ла балаларҙы тырышып эшләргә, һәр нәмәне еренә еткереп башҡарырға, эштән йәм табырға өйрәтә.

Ләлә АБЗАЛОВА, уҡытыусы.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code